Тупаҡ ауылы мәктәбе «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект» проектына индерелеүе хаҡында гәзит уҡыусы хәбәрҙар. Ошо көндәрҙә был объектта эш башланыуы уғата ҡыуаныслы ваҡиға. 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы урынлашасаҡ ике ҡатлы бина ҡалҡып сығасаҡ.
— Эштәр әүҙем генә башланып китте. Ер эштәре алып барыла, биналар нигеҙе өсөн котлован ҡаҙыла. Мәктәптең урыны әҙер ҙә инде, әле баҡса урынын ҡаҙалар. Май байрамдарынан һуң бетон блоктар килтереләсәк һәм уларҙы монтажлау эштәре башланасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш графикка ярашлы алып барыла, — ти төҙөлөштөң подрядсыһы булған «Прогресс» кампаниялары төркөмө» ЯСЙ-һы мастеры Азат Әминев.
Подрядсы вәкиле әйтеүенсә, быйыл бинаның стеналары күтәрелеп, башы ябыласаҡ. Шулай уҡ тәҙрә-ишектәрҙе ҡуйып, йыл аҙағына биҙәү эштәрен башлау планлаштырыла. Мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу киләһе йылдың авгусына билдәләнгән. Шулай булғас, Тупаҡ уҡыусыларының киләһе йыл уҡыуҙы яңы мәктәптә башларына өмөт ҙур.
Әле төҙөлөш барған майҙан профнастил менән кәртәләп алынған. Был эште ауыл егеттәре Ринат Сәйетғәлин етәкселегендә Венер Ғәлиуллин, Сабит Сафин, Динар Дәминдаров сифатлы атҡарып сыҡҡан.
Бөгөн субподрядсы булған «Информтехника» ЯСЙ-һы (етәксеһе Руслан Шәғәлин) объекттың ер эштәрен алып бара, бинаға нигеҙ ҡаҙа.
Беҙ барғанда ла ҙур төҙөлөш майҙансығында эштең ҡыҙыу мәле ине. Тәжрибәле механизаторҙар — экскаваторҙа Венер Әхмәров, тейәгестә Данил Ғибәҙәтов һәм бульдозерҙа Риф Мөхәмәтовтың ҡеүәтле ҙур тракторҙарға оҫта идара итеүҙәре күҙгә ташлана. Субподрядсы ойошма етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Шәғәлин геодезик ҡоролма ярҙамында ерҙең горизонталь тигеҙлеген тикшерә ине.
Тупаҡтар өсөн был күптән көтөлгән һәм бик кәрәкле төҙөлөш, сөнки был районда балалар тыуымы йылдан-йыл арта барған берҙән-бер ауыл. Мәктәп директоры Г. Х. Дәминдарова әйтеүенсә, Тупаҡ үҫә, йәштәрҙең күпселеге ҡалаға йөрөп эшләһә лә, ауылда йорт күтәрә икән.
Былтыр Тупаҡта 18 сабый донъяға килгән, быйылғы дүрт айҙа 4 бала тыуған. Ауыл фельдшеры Әнүзә Хөбитдинова күҙаллауынса, йыл аҙағына тыуым уҙған йыл кимәленән кәм булмаясаҡ. Тимәк, уҡыусылар һаны кәмемәйәсәк, киреһенсә, артасаҡ ҡына, тигән һүҙ был.
Бөгөн мәктәптә 105 бала белем ала, балалар баҡсаһында ике төркөм эшләй.
— Балалар баҡсаһында урын етмәгәнлектән, ҡайһы берәүҙәр ул-ҡыҙҙарын Әбйәлилгә йөрөтә. Бәләкәйҙән шунда өйрәнгән кескәйҙәр, иптәштәренән айырылғылары килмәй, уҡырға ла Таштимер мәктәбенә баралар. Үҙебеҙҙә яңы мәктәп сафҡа инһә, улар ҙа бында уҡырға киләсәк, — тип ҡыуанысын йәшермәй Гөлсөм Хәлидар ҡыҙы.
Ә тыуым артһа, мәктәп булһа, ауылдың киләсәге өмөтлө була бит.