Мәғлүм булыуынса быйыл һабантуй яңы урында — Айғырбатҡан утары янындағы киң сәхрәлә үтә. Әле был майҙанды байрамға әҙерләү эштәре бара.
Һабан байрамы уҙасаҡ яңы урын уҙған көҙгөһөн үк төҙөкләндерелә башланы. Сәхнә ҡоролдо, флагштогтар ҡуйылды. Сәхнә артында әртистәргә биҙәнеп-төҙәнеү, кейем алмаштырыу өсөн уңайлы, яҡты, евротәҙрәләр ҡуйылған, ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға айырым бүлмәләр эшләнде. Ат сабыштары уҙасаҡ майҙанды уратып тимер бағаналар ултыртылды.
Ҡар иреү менән подрядсы ойошма йәнә эшкә тотондо. Майҙанды йыһазландырыу буйынса шәхси эшҡыуар Насир Әбдрәхимовтың бригадаһы шөғөлләнә. Бәләкәй генә ойошма ҙур күләмле эште ҡурҡмай үҙ өҫтөнә алған. Ни тиһәң дә, ул башлыса иретеп-йәбештереү эштәре буйынса махсуслашҡан, ә асыҡ һауала иң ныҡлыһы һәм ышаныслыһы металл конструкциялар.
— Беҙ эшләгән сәхнә, тамашасылар өсөн трибуналар, юғарынан ҡарау майҙансыҡтары оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Бригадала дүрт иретеп-йәбештереүсе — Айҙар Иглинский, Лидар Ҡужахмәтов, Зөлфир Солтанов, Ринат Вәлидов һәм водитель Альфред Әбдразаҡов эшләй. Егеттәр, күреүегеҙсә, әлеге ваҡытта байрамды юғарынан күҙәтеү майҙансығына ҡалын тимерҙән иҙән һалыу менән мәшғүл, — ти шәхси предприятие етәксеһе Насир Басир улы.
Сәхнә ҡаршыһында мәртәбәле ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән трибунанан тыш ике яҡлап ябай тамашасыларға 300 урынға иҫәпләнгән ултырыу рәттәре ҡоролған. Улар поликарбонат менән көпләнәсәк, ямғырҙан ышыҡ буласаҡ. Һабантуйҙың мәҙәни тамашаһы йәйеләсәк сәхнә алдындағы майҙан һәм ат сабышы урыны профилле торбалар менән кәртәләп алынған. Төҙөүселәр бөтәһе 600 метрлыҡ тимер кәртә һуҙған. Һабантуйҙың яңы урынын планлаштырғанда һәм уны йыһазландырғанда тәү сиратта байрамға йыйылған халыҡтың, балаларҙың хәүефһеҙлеге хәстәрләнеүе бик хуп.
Ағас эштәренә балта оҫталары ялланған. Ҡунаҡтар өсөн трибунаның эсен вагонка менән көпләгәндәр, хәҙер иҙән һалыу менән булышалар. Тимер кәртәләрҙе һәм бағаналарҙы буяуға Гүзәл Әбдразаҡова һәм Зөһрә Ғәниеваны йәлеп иткәндәр.
Төҙөү-буяу эштәре менән йәнәш байрам майҙанын тәртипкә килтереү ҙә бара. Беҙ килгәндә «Урал аръяғы–Агро» МТС-ы тракторы байрам уҙасаҡ яланда иҫке үләнде тырматыу менән мәшғүл ине.
Һабантуй майҙаны көндән-көн төҙөкләнә, күркәмләнә бара, күҙ менән ҡаш араһында байрам ҡапҡаһы ҡалҡып сыҡты. Ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен данлар сара яңы урында ла гөрләп үтер, яңыса шарттар район халҡының иң яратҡан байрамының мәртәбәһен арттырыр ғына, моғайын.
Р. Һ. Сыңғыҙов, муниципаль район хакимиәте башлығы:
— Һуңғы йылдарҙа һабантуй халыҡты күп йәлеп иткән иң массалы сараға әйләнде. Байрамға район халҡынан тыш, ҡырҙа йәшәүсе яҡташтар, дуҫтар, туғандар ағыла. Хатта ошоға ҡәҙәр һабантуй үткән аҡлан ысын мәғәнәһендә тар була башланы. Берҙән машиналар ҡуйыу өсөн урын мәсьәләһе киҫкенләшһә, икенсенән, ат сабыштары үткәреү өсөн айырым майҙан булмауы, йыл да кемдең дә булһа, бигерәк тә балаларҙың, ат аҫтында ҡалып йәрәхәтләнеүе борсолоу тыуҙыра ине. Һабантуйҙы икенсе ергә күсереү мәсьәләһе тураһында күптән уйлаша инек, 2020 йылда Өфөлә уҙасаҡ Фольклориадаға әҙерлек буйынса республика Башлығы Р. З. Хәмитов ҡуйған бурыстар эште урынынан ҡуҙғатыуҙы тиҙләтте. Сөнки 250-ләп сит ил ҡунағының беҙҙең районға килеүе көтөлә.
Айғырбатҡан утары янында һабантуй урынын әҙерләү былтырҙан башланды. Бөгөн бында эш 80 процентҡа тамамланды. Сәхнә, тамаша ҡылыу урындары, спорт уйындары өсөн майҙансыҡтар артистарҙың, халыҡтың, спортсыларҙың мәнфәғәтен күҙәтеп, уңайлы, хәүефһеҙ итеп эшләнде. Хәүефһеҙлек техникаһы стандарттарына ярашлы айырым бәйге майҙаны булдырылды. Яңы урынды һынамаҡҡа тәүге сабыш ойоштороп ҡаралды, һыбайлылар ярыш майҙанын яҡшы баһаланы. Бөтә конструкцияларҙың да тимерҙән ҡоролоуы уларҙың оҙайлы ваҡытҡа етәсәген гарантиялай. Сәхнә алдындағы майҙан күп халыҡты йәлеп иткән ҙур тамашалар ҡуйыуға, парадтар үткәреүгә яңы мөмкинлектәр аса. Автотранспортҡа иркен парковка, тығындар булмаһын өсөн бер нисә юлдан төшөү урыны эшләнде, сауҙа рәттәренә айырым урын бүленде. Һабантуй күрке булған тирмәләр Иҙәш йылғаһы буйлап урынлашасаҡ. Тағы ла һабантуй яланына электр линияһы һуҙылды, элек байрамды генераторҙар ярҙамында уҙғарыу өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙыра торғайны.
Яңы яланды йыһазландырыу, төҙөкләндереү әлегә район бюджеты сараларына башҡарыла, киләһе йылда был сығымдар республика ҡаҙнаһынан беҙгә кире ҡайтарыласаҡ.
Ер мәсьәләһенә килгәндә, һабантуй урыны — райондыҡы, ҡуртым ере түгел. Һәм ул һабантуй комплексы менән «Юрға» ат-спорт мәктәбенә рәсмиләштерелде, йыл әйләнәһенә эшләүсе даими ҡарауылсы ҡуйыласаҡ, һабантуйҙан тыш бында башҡа саралар, ат сабыштары уҙғарыу планлаштырыла.
Һабантуй көнө республика башлығы Указына ярашлы билдәләнә, һәм ул быйыл Әбйәлилдә 10 июнгә йәғни Рәсәй көнө алдынан байрам ялдарында — йәкшәмбегә тура киләсәк.