+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Май 2018, 11:52

Буранғолдар асфальт юлдан йөрөй

Буранғол ауылының төп урамына асфальт юл һалыу тамамланды.

Буранғол ауылының төп урамына асфальт юл һалыу тамамланды.

Өсөнсө йыл инде был ауылға ингән урындан, йәғни элекке туҡталыштан алып Исхаҡ ауылына сыҡҡан юлға тиклем асфальт һалыу эше алып барылды. Быйыл эш тулыһынса тамамланып, файҙаланыуға тапшырыла.

Беҙ үткән аҙнаның шаршамбыһында барғанда был участокта эш ҡайнай ине. Билдәләнгән арауыҡҡа асфальт түшәлеп бөткән, әле төҙөкләндереү дауам итә. Талаптарға ярашлы юл билдәләре, бер нисә урында яһалма ҡаршылыҡтар һалыныуын да әйтеп үтеү урынлы булыр.

«КамАЗ» водителдәре Раил Ниғмәтуллин, Йәғәфәр Ғәлин һәм Азат Дауытов асфальт юлдың ситенә ҡырсынташ ташып түгәләр, бер-бер артлы, бер туҡтауһыҙ йөрөгән машиналарға ташты экскаваторсы Булат Ғәлләмов тейәп өлгөртә.

Грейдерҙа Фазыл Мостафин, ярҙамсыһы Руслан Әхмәтов менән һәм резина көрәк элгән МТЗ механизаторы Фәнил Хәйбуллин ҡырсынташты юл ситенә этәреп йөрөй. Улар артынса Айбулат Моталов үҙенең тәгәрмәсле тракторында саң борҡотоп асфальт юлға төшкән ҡырсынды щеткаһы менән шул арала таҙалап та үтә.

— Егеттәр объектты ошо арала тамамлау ниәте менән ал-ял белмәй эшләйҙәр. Тырыш водитель-механизаторҙарҙың көсөргәнешле хеҙмәте менән юлды төҙөкләндереүҙе аҙна аҙағына тамамларбыҙ, тигән ниәттәбеҙ, — тип маҡтай үҙенең ҡул аҫтында эшләгән юлсыларын Амангилде участкаһы мастеры Әхәт Низамов.

Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу эштәр осоро етте. Вадим Лобанов етәкселегендәге асфальт һалыусылар биргадаһы Асҡар–Әлмөхәмәт–Сибай юлының тәүге саҡрымында туҙған асфальт ҡатламын ремонтлау менән мәшғүл.

Уларҙан бер аҙ арыраҡ Хәлил участкаһы мастеры Ғәзиз Ғәбитовтың егеттәре юлдағы соҡорҙарҙы ямау эшен дәррәү алып бара.

Һүрәттәрҙә: «КамАЗ» водителдәре Й. Ғәлин, Р Ниғмәтуллин, А. Дауытов.

Читайте нас: