+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Июнь 2018, 12:27

Атай йорто, тормош ҡото бит ул...

Быйылғы ауылдаштар осрашыуын тәүләп тәпәндәр башлап ебәрҙе. Ауыл осонда ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге фольклор ансамбле ҡаршы алды.

Быйылғы ауылдаштар осрашыуын тәүләп тәпәндәр башлап ебәрҙе. Ауыл осонда ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге фольклор ансамбле ҡаршы алды. Ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре — уҡытыу-сы Лилиә Марсель ҡыҙы һәм староста Әкрәм Вәли улы Рәхмәтуллиндар урамдар буйлап үткәндә, һәр йорт хужалары тураһында һөйләй барҙы. Иншалла, Азат ағай Түлебаев-тың тырышлығы менән Тәпәндә иң боронғо мәсет йәнләнеп эшләп китте. Ул иман йорто янында туҡталған ҡунаҡтарҙың именлегенә, байрамдың тыныс үтеүенә аят бағышланы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамында һәм халыҡтың тырышлығы, берҙәмлеге менән ауылда балалар майҙансығы төҙөлдө. Балаларҙың шат тауышынан гөр килгән майҙансыҡ байрам сиктәрендә тантаналы асылды. Муниципаль контракт буйынса тендерҙа еңеп сыҡҡан Темәс ауылы эшҡыуары Р. У. Дүсенбаев республика бюджетынан бүленгән 87 мең һум аҡсаға, Ҡыҙыл буйы урамына 180 метрға ҡырсынташ түшәне.

Биләмә башлығы А. И. Солтанов тәпәндәрҙе «Һаумы-һығыҙ, ауылдаштар!» байрамы менән тәбрикләне һәм байрамдың уңышлы үтеүенә күп көс һалған Әкрәм Рәхмәтуллинға, депутат Венер Мансуровҡа, почтальон Гөлсинә Мофаззаловаға Почет грамоталары тапшырып үтте.

Сағыу һәм көтөп алынған байрамға теләктәшлек белдереп килгән ауылдаштарыбыҙ – БР-ҙың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х. А. Вәлиев, БР «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы юрисы Х. Х. Мортазиндың ҡайтыуы ҙур ҡыуаныс булды. Район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов тәпәндәргә район хакимиәте исеменән 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғ. З. Ғиләжев мартта үткән Рәсәй Президентын һайлау кампанияһын яҡшы ойошторған һәм үткәргән Фәниә Йәмилхина, Лилиә Шахморатова, Зилә Шәриповаға Рәсәй Федерация-һының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилованың Рәхмәт хатын тапшырҙы. «Березки» ЯСЙ-һы директоры И. Ф. Малыбаев, район Советы депутаты Ә. Х. Солтанов һәм башҡа ҡунаҡтар байрам менән ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы.

«Тамъян» ҡулланыусылар йәмғиәте иҫәбендә торған элекке магазинды (ул әле клуб итеп үҙгәртелгән), уның директоры Н. З. Рәхмәтуллин Рауил ауыл биләмәһе балансына күсереүе тураһында әйтте.

— Ҡәҙерле ауылдаштарымдың байрамға шундай матур итеп әҙерләнеүенә ихлас күңелдән ҡыуанам. Бер ихата ла иғтибарһыҙ ҡалмаған, мәсеттең йәнтөйәгебеҙгә иман нуры таратып эшләп тороуы ауылдың имен киләсәгенә ишаралай. Һайлау барышында ла район буйынса иң юғары күрһәткес Тәпән ауылында булыуы өсөн барығыҙға ла рәхмәтлемен, — тине Хәйҙәр Арслан улы һәм мәсеткә тауыш көсәйткес аппаратура бүләк итте. БР-ҙың халыҡ артистары Рәсүл Ҡарабулатовтың, Артур Туҡтағоловтың, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Миңзифа Исҡужинаның матур концерт менән килеүе — Хәйҙәр ағай Вәлиевтың ауылдаштарына сағыу бүләге булды. Ауылдаштарым баш ҡала артистарының дәртле йырҙарына, ҡурай моңона ҡушылып йырланы, хисләнеп бейергә лә төштө.

Беҙ ҙә ауылдаштарыбыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Хеҙ-мәттәшем Резеда Хәсәнова менән ауылдың үҙе сибәр, үҙе шаян, үҙе уңған, гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙа алдынғылар рәтендә эшләгән почтальон Гөлсинә Мофаззалованы бүләкләп үтеүҙе урынлы һананыҡ. Гөлсинә һәм Радик Мофаззаловтар ғаиләһе ике йыл элек лайыҡлы рәүештә Рәсәй Федерацияһының «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Йола буйынса ауылдың иң оло кешеһе 91 йәшлек Ғәйшә Һағынбаева, күп бала тәрбиәләгән Гөлсинә һәм Радик Мофаззаловтар, Гөлсинә һәм Рәхимйән Хоҙайбиргәновтар, Суфия һәм Ташбулат Шәкир-йәновтар, Таңһылыу Дауытова, иң йәш пар Асия һәм Руслан Аллаҡовтар, ауыл терәге булған, күпләп балалар үҫтереп, эйәле-башлы иткән, йорт-ҡураларын тәртиптә тотҡан, һоҡланғыс тормоштары менән йәштәргә һәр яҡтан өлгө булып йәшәгән — Мәрйәм һәм Фәйезйән Мортазиндар, Фәриҙә һәм Филҡәт Малыбаевтар, Сәфинә һәм Хәйрулла Саниевтар, яңы йорт хужалары — Альбина һәм Венер Мансуровтар, Гүзәл һәм Айбулат Ҡадыровтар, Әлмира һәм Дим Низамовтар, «Матур йорт» номинацияһын алыусылар — Һөйәрбикә һәм Басир Низамовтар, Әлфиә һәм Урал Хәсәновтар, Зифа һәм Ишморат Саниевтар, Сәлимә һәм Васил Мортазиндар, Нәйлә һәм Миңлебай Хоҙайбиргәновтар, Мө-нир Мансуров, Сәғиҙә Саниева, Зифа Саниева, иң дәртле, уңған ҡатын Зөбәйлә Ғөбәйҙуллина, татыу ҡәйнә менән килен Гөлнур һәм Альбина Зөлҡәрнәевалар сәхнә түренә саҡырылып бүләкләнде.

Йыйын йыйып халыҡты уйнатыу, мәргән һүҙ әйтешеп, тарих һөйләп, уйнап-көлөп күңел йыуатыу, көс һынашыу – бына ул халыҡ байрамдарының төп мәғәнәһе, ата-бабаларҙан ҡалған олуғ йола. Ишҡол ауылынан һәләтле тренер Шамил Ғиниәтов ойошторған милли көрәш майҙанын уратып алған халыҡтың ҡеүәтләп дәррәү ҡысҡырыуы майҙандағы бил һынашыусыларға дәрт өҫтәне. Абсолют чемпион исемен Ишбулдынан Ғәзиз Бикҡолов яулап, һарыҡ менән бүләкләнде. 30 килограмға тиклемге ауырлыҡта бер тапҡыр ҙа көрәш менән шөғөлләнмәгән 9 йәшлек Шамил Заһитовтың икенсе урын алыуы унан өмөтлө спортсы сығасағын күрһәтте. Текә һәм ауыш бағанаға менеүҙә йәштәр һынатманы. Ауыш бағанаға менеүҙә Тайфур Миндейәров беренселекте алды. «Спорт менән дуҫ булығыҙ», — тип ҡеүәтләне судья Вәхит Түлебаев йәштәрҙе бүләкләгәндә.

Тамашасылар байрамға саҡырылған Садиҡ Шаһыбалов, Вил Йәнйегетов, Зәлиә Нурлы (Хөбөтдинова), Мират Хаҡыевтың йырҙарын көслө алҡыштарға күмде. Клуб мөдире Әлфинә Дауытованың ҡатын-ҡыҙҙар, уҡыусы балалар ҡатнашлығында әҙерләгән концерт номерҙары һәр кемдең күңелен күтәрҙе.

«Урал аръяғы» МТС-ының Әбйәлил филиалы директоры Зәбир Мусин, депутат Әнүәр Солтанов, Тәпән ейәнсәре Гөлсәсәк Солтанова, имам Азат Түлебаев, Зөбәйлә Ғөбәйҙуллина, эшҡыуар Әнүзә Адылованың һәм башҡаларҙың сараға бағымсылыҡ итеүе байрамдың уңышлы үтеүенә булышлыҡ итте.

Тыуған ауылымда борон-борондан сәмсел, эшһөйәр халыҡ йәшәгән. Береһенән-бе-реһе сағыу, заманса йорттарҙың ҡалҡып сығыуы, йәштәрҙең дәртле булыуы, ололарҙың ауыл тотҡаһы, үрнәк булып ғүмер кисереүе бик ҡыуаныслы. Әлбиттә, бөтә төҙөкләндереү эштәре тиерлек тик халыҡ аҡсаһы менән эшләнә.

Йәнтөйәк берәү генә. Беҙҙе осраштырыусы, туғанлыҡ ептәрен нығытыусы, халыҡты дәртләндереүсе, бик кәрәкле, ауылды яңыртыусы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы, тыуған нигеҙгә ҡайтып инер мөмкинлек барҙа, атай нигеҙен етемһерәтмәйек...

Сәхрә былбылдары ҡыуаналыр,

Таң сулпаны көлөп баҡҡанда.

Мин шатланам зат-ырыуым менән

Атай нигеҙенә ҡайтҡанда.
Читайте нас: