+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Июль 2018, 11:47

Шәриптә аҙан тауышы яңғыраны

Үҙәнбаш ауылы эшҡыуары Салауат Хафизов байтаҡ ваҡыт күңел түрендә йөрөткән изге ниәтен тормошҡа ашырып, әсәһенең тыуған ауылында мәсет һалған. Оло хөрмәт йөҙөнән шәриптәр мәхәлләгә Салауат уҙамандың әсәһе Рауза Хажмөхәмәт ҡыҙының исемен бирергә ҡарар иткән.

— Ауыл тарихында бөгөн изге көн. Шәрипкә иман ҡайта. Мәсет ишеге һәр саҡ асыҡ булһын, — тигән теләктә ауылдың ҙур тантанаһын асыҡ тип иғлан итте Хәмит ауыл биләмәһе башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина.

Мәсетте асыуға райондың имам-мөхтәсибе Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов фатихаһын бирҙе, Иҙәш Ҡусҡары имам-хатибы Рәйес Дәүләтбаев Ҡөрьән Кәримдән аят бағышланы.

Матур сараның сәбәпсеһе Салауат Хафизовҡа һүҙ бирелде.

— Шәрип матур ауыл. Әммә килгән һайын бында нимәлер етешмәй кеүек тойола ине. Баҡһаң, ауыл мә-сетһеҙ икән! Иман йорто төҙөүҙе үҙемә бурыс итеп алып, ошо ниәтемде тормошҡа ашырыуым менән бәхетлемен. Мине аңлаған ғаиләмә, эште атҡарыуҙа булышлыҡ иткән депутат Марсель Ғилмановҡа һәм ҡул көсө менән ярҙам күрһәткән Шәрип халҡына рәхмәтлемен, — тине ул. Форсаттан файҙаланып, урындағы хакимиәт башлығы Салауат Сәлмән улына иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Шәриптәрҙең шатлығын район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев та уртаҡлашты.

— Бөгөнгө мәсет районда 49-сыһы. Әлеге ваҡытта тағы 12 урында мәсет төҙөлә. Ҡорбан ғәйетенә Таш-туй мәсетен тантаналы асыу көтөлә. Ҡушыйҙа, Иҙәш Ҡусҡары, Әбделғәзе мәсеттәрендә лә төҙөлөш тамамланыу өҫтөндә һәм тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Байым төбәгендә Иҫке Балапан, Ғәбдин, Йәнекәй ауылдарында иман йорто ҡалҡып килә. Донъя мәрхәмәтле кешеләрһеҙ түгел. Үҙ ихтыяры менән Шәриптә мәсет төҙөгән Салауат кеүек дәртле, ҡулынан да, хәленән дә килгән, көс-ҡеүәтен йәнтөйәге мәнфәғәтенә фиҙа ҡылған ысын ир-егеттәр бар бит ул! — тип бағымсы эшҡыуарҙы алҡышланы Булат Юныс улы һәм мәсет туйлау айҡанлы иман йортона район хакимиәтенән 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Яңы мәсеттең имамы Самат Ғәлләмов төҙөлөш буйынса өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡандарға, мәхәлләнең документтарын әҙерләп рәсмиләштереүҙә ихлас булышҡандарға рәхмәт белдерҙе. Мәсеткә исемен биргән Үҙәнбаштан 83 йәшлек Рауза инәй Хафизова ла телмәр тотто. Шулай уҡ бик күптәр мәсеткә инселәнгән бүләктәрен биреп, изге теләктәрен юлланы. Артабан байрамда ҡатнашыусы барса халыҡҡа биләмә башлығы Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы ейәне Рамаҙанға атап салдырған ҡорбан ашын ашатты.
Читайте нас: