Байрамға килгән һәр кем иң элек Тупаҡ ауылының исемен күрһәтеп торған матур стела барлыҡҡа килеүенә иғтибар итте. Был район Советы депутаты Юнир Таһировтың тырышлығы менән эшләнгән, уға Вадим Мәғәфүров менән Наил Искәнйәров ярҙам иткән. Әйтеүҙәренсә, нәҡ ошо урында ауылдаштары ил сиген һаҡларға киткән егеттәрҙе оҙатып ҡала икән.
Йола буйынса саҡырылған ҡунаҡтарҙы, сит ерҙәрҙә йәшәп, тыуған еренә ҡайтҡандарҙы ауыл осонда йыр-бейеү, буҙа-ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
Гид ролен үтәүҙе педагогик хеҙмәт ветерандары В. А. Хөс-нийәрова менән Т. В. Мәғә-фүроваға ышанып тапшырғандар. Ысынлап та, ауылдың, уның халҡының хәл-әхүәлен, тын алышын ҡырҡар йыл ошо ауылда балалар уҡытҡан һәм хаҡлы ялда ла һәр сараның уртаһында ҡайнаған ағинәйҙәрҙән яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр ул.
Бер саҡрым ярымға һуҙылған төп урам, һәр ерҙәгесә, элек Үҙәк урам тип аталған. Әммә Тупаҡта тәүге ауылдаштар байрамында ҡатнашыусылар был урамға арҙаҡлы яҡташыбыҙ Ф. Ш. Хисмәтуллин исемен бирергә ҡарар итә, был байрамда Фәйзрахман Шәйхетдин улы үҙе лә ҡатнашҡан. Оҙаҡ йылдар район партия комитетын етәкләгән, БАССР Президиумы секретары булған Фәйзрахман Хисмәтуллиндың бала сағы ошонда үткән, ул йәшәгән йорттоң нигеҙе бөгөн дә һаҡланған.
110 йыл элек ҡарағастан һалынған Заһриевтарҙың йорто ла был урамдың тарихы.
Бында шулай уҡ ҡыҙыл кирбес йорттарҙың күплеге күҙгә ташлана. Заманында Тупаҡ кирбес заводы булды һәм үҙҙәре етештергән кирбестән күптәр йорттар күтәргән. Әйтеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа эш хаҡы кирбесләтә түләнеүе лә ошондай өйҙәрҙең ҡырҡа күбәйеүенә сәбәп булған. Уның ҡарауы, ныҡ, күркәм йорттар бөгөн ауылды биҙәй. Оҙаҡ йылдар ябыҡ торғандан һуң, кирбес заводы яңы һулыш алыуы ҡыуаныслы: эшҡыуар Алексей Строкин бында кафель, плитә сығарыуҙы яйға һалған. Ауыл халҡына эш булдырған был объекттың гөрләп эшләп китеренә ҙур өмөт бағлай тупаҡтар.
Ауыл урамдары буйлап үткәндәр осрашыуға әҙерлек сиктәрендә ауылдың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүенә шаһит булдылар.
Тупаҡтар быйыл район хакимиәтенең даими иғтибар үҙәгендә булды тиергә мөмкин. Район ярҙамы менән бында бер ерҙә лә булмағанса, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур күләмдә эштәр башҡарылды. Ауылдағы һигеҙ урамдың барыһына ла ҡырсынташ түшәлгән, улар матур итеп тигеҙләнгән. Тиҫтәләрсә йыл дауамында юлһыҙлыҡтан интеккән урамдар халҡының шатлығы сикһеҙ.
Шулай уҡ ауылды икегә ярып аҡҡан Моһаҡ йылғаһының ярҙарын тоташтырып торған йәйәүлеләр өсөн күпер ҙә ремонтланған. Таңсулпан Вәки ҡыҙы әйтеүенсә, был аҫылмалы күперҙән балалар мәктәпкә киткәндә-ҡайтҡанда ҡыуаныстарынан бейей-бейей сығалар икән. Бейемәҫлек түгел шул күпер, подрядсылар уны урын-еренә еткереп, бик уңайлы итеп эшләп ҡуйған. Дөйөм алғанда, ауылға юл эшенә генә дүрт миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был эште ДРСУ, Рөстәм Шәғәлиндың фирмаһы намыҫлы баш-ҡарған.
Ошоға тиклем ауыл клубына инеп-сығыу ҙа хәүефле ине, бейек тупһа ҡойолоп төшөп торҙо. «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса бүленгән 150 мең һумға бинаға инеү урыны матур итеп эшләнгән, тупһаһы йүнәтелгән, клубтың алды тимер рәшәткәләр менән кәртәләнгән. Ҡай-һы бер урындарға өҫтәмә лампочкалар ҡуйыу планлаштырылған. Мәсет тә тәртипкә килтереп, буялған.
Юнир Марсель улының инициативаһы менән клуб янындағы һуғышта һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға һуғыштан ҡайтып үлеп ҡалған 42 һуғыш ветеранының исем-шәрифе уйып яҙылған гранит таҡтаташ беркетелгән. Булат Юныс улы әйтеүенсә, тупаҡтар район Советы депутатынан уңған. «Осрашыуға әҙерлек барышында Юнир көнө-төнө беҙҙең менән урамда булды. Ҡайҙа нимә етмәй, шул арала алып килә. Һәр эште башлап йөрөүсе лә ул» — Ю. Таһировҡа төбәп әйтелгән ошондай маҡтау һүҙҙәрен күп тапҡырҙар ишетергә тура килде был көндө.
Тупаҡтарҙың иң ҙур ҡыуанысы — «100 йыллыҡҡа — 100 объект» исемлегендәге яңы мәктәп төҙөлөшө. «Оҙаҡ йылдар дауамында көткән төҙөлөштөң башланыуы ауылдаштар байрамы үткәреүгә этәргес, уға әҙерләнеүгә етди дәрт өҫтәне», ти тупаҡтар.
Ауыл халҡы дәррәү генә сығып өмәләрҙә ҡатнашып, ауылдың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартҡан. Ауылдың сүплеген, шулай уҡ изге урын булған Әүлиә зыяратын да кәртәләп ҡуйғандар.
Быйыл урындағы башлан-ғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Тупаҡ зыяраты кәртәләп алынасаҡ, был маҡсатта ауыл халҡы иғәнә индергән дә инде. Тиҙҙән бында төҙөкләндереү эштәре киң ҡолас аласаҡ. Шулай ҙа ҡунаҡтар килгәндә ауыл осонда урынлашҡан зыярат емерек кәртәһе менән байрам кәйефен боҙмаһын тип, күмәк көс менән серегән рәшәткәләрен алмаштырып, уны буяп ҡуйыуҙары ла маҡтаулы.
Урамдарҙан үткәндә, «Был юлы бер кемде лә йорт-ҡураһын йүнәтергә өгөтләү кәрәкмәне лә, һәр кем ихлас әҙерләнде», —тине Вәлимә Аҡмырҙа ҡыҙы ауылдаштарының йорт-ҡураһын бөтәйтеүенә ғорурланып. Уның һүҙҙәрен йөпләп, Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Вәсилә Сәғит ҡыҙы һуңғы бер нисә көндә хатта яңы өйҙәр ҡалҡып сығыуын билдәләне: «Бер көн килһәң буш урында бура ултыртыла йәки шлакоблоктан стеналар күтәрелә, икенсе көндә инде башын ябып ҡуялар. Бына ниндәй дәртле, эшһөйәр, уңған ул тупаҡтар!»
Шулай уҡ бик күп йорттар-ҙың ҡыйыҡтары төрлө төҫтәге профлист менән алмаштырып ябылған, рәшәткәләре яңыр-тылған, семәрле тимер ҡапҡалар күбәйгән. Әйткәндәй, Тупаҡта ла ҡапҡаларына күптәр һүрәт төшөргән. Ә ирле-ҡатынлы Сәғит һәм Тәслимә Сафин-дарҙың хатта ихата эсендәге һарай, мунса, кәртәләргә рәссам ҡулы теймәгән урын ҡалмаған. «Мин яҡынса күрһәтеп бирһәм, ҡатыным менән ҡыҙҙар шунда уҡ һүрәтен эшләп, буяп та ҡуя», — ти Сәғит ағай.
Ҡунаҡтар тупаҡтарҙың етеш тормошта йәшәүҙәрен күрҙе: береһенән-береһе ҙур, матур йорттарҙа ғүмер итәләр, ике ҡатлылары ла күп кенә. Урамдарҙа ҡуйылған өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып торҙо. Ауыл ҙурайғандан-ҙурая бара, яңы урамдар барлыҡҡа килә. «Беҙ ҡыҙҙарҙы ситкә бирә һалмайбыҙ, күберәге үҙ-ара ҡоҙа булышабыҙ, билдәле, ауылдан сыҡҡан йәштәр тыуған ерендә ҡала, шуға ла ауыл йылдам үҫешә, яңы урамдар барлыҡҡа килә», тигәйне гидтар яңы урамды күрһәтеп. Тыуым буйынса районда тупаҡтарға етеүсе булмауы был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай.
Төп байрам саралары ойошторолған майҙандағы сәхнә тирәләй ҡуйылған «Тупаҡ ауылынан сыҡҡан аҡ халатлылар», «Ләйсән» балалар баҡсаһы тормошонан», «Мәктәптең үткәне, бөгөнгөһө», Ғаилә йылына арнап күп балалы ғаиләләрҙе сағылдырған стендтар янынан кеше өҙөлмәне, унда һәр кем үҙенә таныш йөҙҙәрҙе күрҙе, ауылдың үткәненә, бөгөнгөһөнә «сәйәхәт ҡылды».
— Ике ай элекке ауыл менән бөгөнгөһөн сағыштырырлыҡ та түгел. Әлбиттә, ун йыл эсендә тимер ҙә, таш та туҙа, шуға ла ҙур эш күләме талап ителә ине Тупаҡта. Эшләү мөмкин түгел, тергеҙеп булмаҫ тигән урындарҙы ла бына тигән итеп матурайтып, төҙәтеп ҡуйғанһығыҙ. Дөйөм тырышлыҡ менән тыуған ерегеҙҙе матурлыҡҡа күмдегеҙ. Ауылығыҙ, эшләгән эшегеҙ менән ғорурлана алаһығыҙ», — тине район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев.
— Ауылды ҡарап сығып, хайран ҡалдым. Ныҡ тырышҡанһығыҙ. «Башаҡ» хужалығында эшләгән Тупаҡ егеттәре уңғандар, юғары исемдәр йөрөтә, бер һүҙ менән әйткәндә, хеҙмәттә лә һынатмайҙар, донъялары ла бөтөн, — тине М. С. Шәғәлиев.
Ҡунаҡҡа бер кем дә буш ҡул менән килмәй тигәндәй, тамырҙары ошо ауылға барып тоташҡан бик күптәр сәхнәнән тороп, тыуған ерҙәре менән осрашыу бәхете биргән ауылдаштарына рәхмәт әйтте һәм мәктәпкә, мәсеткә, фельдшер-акушер пунктына, балалар баҡсаһына инселәп бүләктәр бирҙе. Ауылдаштары, философия фәндәре кандидаты Тәслимә Барлыбаева яңы мәктәп асылыуға компьютер вәғәҙә итте…
Осрашыуға әҙерлек сиктәрендә иғлан ителгән төрлө ярыштар һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәр билдәләнде, ауылдың иң олоһо, иң йәше, өлгөлө, татыу ғаиләләр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Байрам сараларын Михайловканың «Уралтау», тупаҡтарҙың «Дуҫлыҡ» бейеү ансамблдәре, урындағы «Сулпан» фольклор төркөмө, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығыштары биҙәне. Байрамда ҡатнашыусылар араһында барған йыр-бейеү конкурсында ҡатнашыусыларҙың сығыштары көн оҙоно дауам итте. Бушҡа ғына тупаҡтарға «музыкальный народ» тигән ҡушамат тағылмаған бит.
Йыр-бейеүҙән тыш, волейбол, гер күтәреү, тал сыбыҡҡа атланып уҙышыу, тоҡ һуғышы, ҡолғаға менеү кеүек уйындарҙа һәр кем үҙ көсөн һынаны. Самбо, көрәш буйынса ярыштарҙа Салауат Баһаувтың тәрбиәләнеүселәре һынатманы.
Дөйөм алғанда, осрашыуға әҙерлек юғары кимәлдә булыуы, байрамдың шәп үтеүе ойоштороу комитетының эшенең һөҙөмтәһен күрһәтте. Юнир Таһиров рәйеслегендә Айсилә Әҡсәнова, Гөлсөм Хәйҙәрова, Альберт Әсфәнйәров, Вәсилә Суфиянова һәм Дилә Әсмәнйәрованың «Ағинәйҙәр» ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар ойошмаһы ағзалары менән берлектәге эше маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ.