154 өйлө Туйыш халҡы байрамға етди әҙерләнгән — 26-һы яңы ҡапҡа эшләткән, 9 өй ҡыйығын, 90-ы текмәләрен алыштырған. Ауылда иҫке өйҙәр юҡ тиерлек. Үткенселәргә ике ауыл һымаҡ күренгән тау ашаһында ятҡан, халыҡ телендәге Ҡараташта күпселеген уҡытыусылар йәшәй. Байрамға килеүселәрҙе ауылға йәм биреп балҡып ултырған өйҙәр, уңған хужалар ихлас ҡаршыланы.
Ҡараташта байрамға әҙерлек 2 йыл элек башланған. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты ярҙамында урамдарға ҡырсынташ түшәлгән. Яҡын арала «Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә урамдар яҡтыртыласаҡ. Туйыштар ауылдаштары, «Абзелилспецкомобслуживание» ойошмаһы етәксеһе Ишморат Ҡалдамановтың ихлас ярҙамын тойоп йәшәй. Байрамға әҙерлек барышында ла Ишморат Хабрахман улының финанс ярҙамы һәм эшһөйәр егеттәрҙең ҡул көсө менән мәсет тыш яҡтан заманса материал менән көпләнгән. Уңған депутат урамда эшләмәй торған 5 ҡоҙоҡто йүнәттергән.
Ауыл Советы депутаты Марс Сәйетғәлин оҙатыуындағы ҡунаҡтар урамдарҙағы арҡырыға эленгән флажоктарҙы күреү менән йөҙҙәрендә йылмайыу күренде. 5 бала әсәһе Тәғзимә Махийәнованың өй алдын ҡорама юрған-түшәктәр, балаҫтар, Хәйбуллала йәшәгән ҡыҙы Гөлназ Суринаның һуҡма шәлдәре йәмләй. Тәғзимә инәй ҡул эштәре менән «Ҡорама туй» конкурсында ҡатнашып, Йомабикә Ильясова призына лайыҡ булған. Ун урында ҡунаҡсыл хужалар ҡунаҡтарҙы күркәм йорттары алдында өҫтәл тулы һый-ниғмәт, йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Тәғәйен байрамға милли костюмдарҙа бейегәндәргә халыҡ ихлас сәпәкәй һуҡты.
Мәсет алдында имам Мортаҙа Мөхәмәҙиев аят уҡығандан һуң, байрам матур аҡланда дауам итте. Биләмә башлығы Йәлил Зәйтүнов туйыштарҙы байрам менән ҡотлағандан һуң, сәхнәгә район Советы секретары Булат Исламбаевты, БР муниципаль берәмектәр ассоциацияһы советының башҡарма директоры, Амангилде егете, Туйыш кейәүе Рөстәм Исхаҡовты, райондың баш архитекторы Рафиҡ Хисмәтовты, «Яҡтыгүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡовты, район Советы депутаттары Ишморат Ҡалдамановты, Зилә Зарипованы, Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Бадалованы, Архангель район Советы секретары, Туйыш уҙаманы Фәйез Йортомбаевты саҡырҙы.
— Бик тырышҡанһығыҙ, ауыл танығыһыҙ булып үҙгәргән. Ауыл өсөн ошонан да мәртәбәле, оло әһәмиәткә эйә байрам юҡ. Һеҙҙең тырышлыҡ менән ауыл йәшәй, йәшәрә, алға китә. Бөтә эшегеҙ үҙегеҙ өсөн, байрам үтеп китә, матурлыҡ һеҙгә ҡала, — тине Булат Юныс улы район хакимиәте исеменән 25 мең һумлыҡ сертификат тапшырып.
Илдар Таһир улы «Яҡтыгүл» шифаханаһында тырышып эшләп йөрөгән туйыштарға бүләктәр биреп үтте. Күсем янғын һүндереү посты етәксеһе Йәмил Шаһиев «Янғын һүндереү ойошмаһының 100 йыллығы» айҡанлы, Туйыш егете Сәлих Вәлиевҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн миҙал тапшырҙы.
Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Б. Бикбай исемендәге премия лауреаты, билдәле шағирә Сулпан Миңлебаева ауылдаштарын аһәңле шиғыры, Байымда клуб мөдире булып хеҙмәт юлын башлаған, күрше Белорет районы Абҙаҡ ауылы ҡыҙы, БР-ҙың халыҡ артисы Роза Аҡкөсөкова халыҡ күңелендә онотолмай һаҡланған популяр йырҙары, Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры артистары, «Күңелле йәшәйбеҙ», «Сируси», Өс хат» сериалдарын уйнаған — Туйыш ҡыҙы, БР-ҙың халыҡ артисткаһы Физәлиә Әнүәр ҡыҙы һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илһам Рәхимовтарҙың, Илшат Ҡарасуриндың йырҙарын, Илшат Махийәнов менән Эмиль Ишбулдиндың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәрен һәр кем йылы ҡабул итте, ә Айҙар Ғайсиндың ҡурайҙа оҫта һыҙҙырыуына хатта сәхнәгә сығып бейенеләр. БР-ҙың атҡаҙанған артисы Венер Сөнәғәтовтың ҡабатланмаҫ, моңло йырынан һуң, туғаны, Юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин иң оло Ғәрифә Махийәноваға һәм өс бала тәрбиәләгән Гөлнара һәм Мансур Йортомбаевтарға хеҙмәт, тыл, һуғыш ветерандары, өләсәһе менән олатаһы Мәүә һәм Әҡсән Сөнәғәтовтар нәҫеле исеменән Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү үҙәгенең бал косметикаһын бүләк итте.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре — Марс Сәйетғәлин һәм өлгөлө «Шатлыҡ» балалар бейеү ансамбле етәксеһе, хореограф Айбулат Әғлиевтың, Байым мәҙәни-ял үҙәге методисы Әнисә Махийәнованың, хореограф Альбина Йәнһаринаның, аккомпаниатор Ирес Илһамовтың тырышлығы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ойошҡанлы килеп сыҡты. «Шатлыҡ» ансамбленең «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында Гран-при яулаусылары, элекке һәм хәҙерге бейеүселәре һәм башҡалар сәхнәне йәмләне. Марс Мөҙәрис улы талантлы алып барыусы, ойоштороусы булыуы менән бер рәттән матур йырҙары менән ауылдаштарын ҡыуандырҙы.
Ҡасандыр Туйышта йәшәп, йәнтөйәгенә йылы тойғолар һаҡлаусылар, ситтә йәшәгән ырыу-ҙаштар сәхнәгә күтәрелде, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Байрам булғас, бүләкһеҙ булмай. Иң оло, йәш, уңған, тырыш, абруйлы ғаиләләр, уңған хужа һәм хужабикә, оҫта ҡулдар, бөтмөр хужалар, «Мөхәббәткә тоғролоҡ», «Күркәмлек» номинациялары, изге күңелле өләсәйгә маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр бирелде. Ғөмүмән, 154 йорттоң береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Байым төбәгенә асфальт юл юҡ. Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан Туйышҡа әле тәбиғи яғыулыҡ үтмәһә лә, яңы йорт төҙөүселәр күп. Яҙмыш кешене ҡайҙарға ғына ташлаһа ла, тыуған ауыл һәр саҡ үҙенә тарта. Тыуған төйәген йәмләп йәшәгән күбәләктәрҙең дәртле, илһөйәрлеге менән, ауыл тотҡаһы булырҙай ир-егеттәр барҙа, тыуған йортҡа юлдар өҙөлмәҫ.