+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Июль 2018, 11:13

Балалар баҡсаһы матурая

Байым ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең шат тауыштары түгел, балта-сүкеш тауыштары яңғырай. Бында ремонт бара.

Байым ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең шат тауыштары түгел, балта-сүкеш тауыштары яңғырай. Бында ремонт бара. Иҙәндәр тулыһынса ҡутарылған, күптән туҙып иҫкергән һыу һәм канализация торбалары һүтеп алынған. 1976 йылда төҙөлгән бина бер ҡасан да капиталь ремонт күргәне булмаған. Байым ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Й. Н. Зәйтүнов былтыр баҡсаның 22 тәҙрәһе «Аныҡ эштәр» программаһы ярҙамында пластикка алыштырылыуы хаҡында әйтте. Район башлығы Р. Һ Сыңғыҙов балалар баҡсаһында булып, уны артабан да ремонтларға кәрәклеген белдерә һәм ярҙам буласағын вәғәҙәләй. Рим Һатыбал улы һүҙендә тора: район бюджетынан һыу һәм канализация системаһын яңыртыуға, иҙәндәрҙе һәм ҡалған тәҙрәләрҙе алыштырыуға аҡса бүленә.

Эште «Ремстройгруппа» ЯСЙ-һы (етәксеһе Ә. Тутаев) башҡара. Бригадир Камил Ҡужин һыуүткәргесте һәм канализация торбаларын алмаштырып ҡуйыуҙарын һәм тағы ике аҙнанан ремонт эштәрен теүәлләйәсәкбеҙ, тип һөйләне. Миҙхәт Собханғолов, Рәшит Шәмсетдинов һәм Винер Нурлығаянов иҙән түшәү менән мәшғүл.

Яңы уҡыу йылына «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы үҙенең тәрбиәләнеүселәрен яңырған торошта ҡаршылаясаҡ. Яҡты, йылы баҡсала бәләкәстәр көндәрен рәхәтләнеп уҙғарасаҡ.

Д. ХӘЙРЕТДИНОВА.
Читайте нас: