+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
24 Июль 2018, 10:38

Афған һалдаттарына һәйкәл ҡуйыласаҡ

Район үҙәгенә ингән урында, урман хужалығы янындағы матур ҡайынлыҡта эштәр гөрләй. Тап ошо ерҙә афған һалдаттарына һәйкәл ҡалҡасаҡ.

Район үҙәгенә ингән урында, урман хужалығы янындағы матур ҡайынлыҡта эштәр гөрләй. Тап ошо ерҙә афған һалдаттарына һәйкәл ҡалҡасаҡ. Яугир-ветерандар — Күсемдән Исмәғил Билалов, Ташбулаттан Рафаэль Фәхретдинов, Илгиз Ибраһимов, Зөлфәр Ялалов, Асҡарҙан Радий Мөхәмәтов, Альберт Әһелов, Рафиҡ Ғималетдинов, Мәхмүттән Фәнис Ғәзизов, Рафил Килдейәров, Красная Башкириянан Миңлеғәле Ғималов, Әбделмәмбәттән Зәбир Моратшин өмәгә сығып, һәйкәл урынлашасаҡ нигеҙҙе нығытыу, юл һалыу менән мәшғүл. Бында ҡырсынташ түшәлгән, уны тигеҙләргә кәрәк. Әлмөхәмәттән тракторы менән килеп еткән Әхмәт Ғәлиәкбәров ҡул көсө етмәгән ауыр эште башҡара. Йәмил Шаһимәрҙәнов һәйкәл өсөн эре-эре таштарҙы үҙенең «КамАЗ»-ында алып килеп ауҙарған. Марат Әминев, Илгиз Хәйризаманов, Мәүлит Әхмәтов дөйөм эштән ситтә ҡалмайҙар.

— Август башына өлгөртөргә ине иҫәп. Егеттәр бик әүҙем, ихлас тотондо, һәр саҡ тыңлайҙар, рәхмәт уларға, — ти эште ойоштороусы Самат Фәхретдинов. — Ғөмүмән, кемгә генә мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙамдан баш тартмайҙар.

Район Советы депутаты Айрат Әминев, ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин изге эшкә үҙҙәренең өлөштәрен индергән.

Афған ветерандары үҙҙәре 90 мең һум аҡса йыйған. Һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһы скульпторы Сергей Елкин эшләйәсәк. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән совет һалдатын һынландырған һәйкәл янында таҡтаташ ҡуйыласаҡ.

Киләһе йылға совет ғәскәрҙәренең утлы Афғанстан еренән сығарылыуына 30 йыл туласаҡ. Һуғыш яфаларын үҙ баштарынан кисергән ир-азаматтарҙың данын сағылдырған һәйкәл әбйәлилдәр өсөн иҫтәлекле урынға әйләнәсәк.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: