+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Август 2018, 12:20

Башланғысты юлсылар һала

«Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр», — тигән әйтемгә таянып, районды шаулатҡан ҙур төҙөлөш — буласаҡ «Цемикс» заводы биләмәһен миңә лә барып күрергә форсат тейҙе.

«Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр», — тигән әйтемгә таянып, районды шаулатҡан ҙур төҙөлөш — буласаҡ «Цемикс» заводы биләмәһен миңә лә барып күрергә форсат тейҙе.

Трассанан башлап, ҡоро ҡатнашмалар етештерәсәк завод урынына тиклем эш ҡайнай бында. Төп эшмәкәрлекте, әлбиттә, юлсылар алып бара, сөнки тәү сиратта инфраструктура кәрәк. Юлды тигеҙләү, киңәйтеү менән район юл ремонт-төҙөлөш идаралығына республика ДРСУ-ларынан ярҙамға килгән тракторсылар мәшғүл: үҙ эшенең оҫталары Владимир Печенкин менән Дамир Суфиянов тәүге этап — тигеҙләүҙе тамамлай ине. «Трассанан заводҡа тиклем 4 километр юл һа-лынасаҡ, — тип һөйләне участка мастеры Ғәзиз Ғәбитов. — Ҡая ташлы, киртләс ҡалҡыулыҡты тейешле кимәлгә еткереүҙе Өфөнән килгән белгестәр башҡарасаҡ. Юлдың киңлеге 16 метр тип күҙаллана. Бригадир Марат Фәттәхов етәкселегендә егеттәр әле полотноны әҙерләп, карьерҙан балсыҡлы-ташлы ҡатнашма ташый. Үҙебеҙҙең юлсыларҙан тыш, Борай, Бөрө, Иглин һәм башҡа тарафтарҙан килгән КамАЗ водителдәре Радик Бараков, Илфат Ғибәҙәтов, Марат Ямалов, Кирилл Карпов экскаваторсы Булат Ғәлләмов тейәгән ҡатнашманы тиҙ арала ташып өлгөртә. «Шанту» тракторында Юрий Гәрәев массаны нығытып, эттереп бара».

Көнөнә 800 тоннанан ашыу грунт ташый КамАЗ-сылар. Бындай шәп тиҙлектә барырға уларға урындан ҡайтмай эшләү ҙә булышлыҡ итә, арыған юлсыларҙы ашнаҡсы Резеда Бәхтейәрова тәмле аш-һыу менән һыйлай.

Бынан тыш, «Ласселсбергер» компанияһы төҙөйәсәк завод бинаһының административ корпусына нигеҙ ҡаҙыу һәм таш һалыу башлана.

Р. МӘСӘЛИМОВА.


Читайте нас: