+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Август 2018, 10:30

Ул һалған йорттарҙа бәхетле ғаиләләр йәшәй

Ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш тиҙәр. Ансар Өмөтҡужин йәш булыуына ҡарамаҫтан үҙенең бурыстарын арттырып үтәгән: ул һалған йорттарҙа әллә күпме ғаилә бәхетле тормош ҡорған, һөйөклө кәләше менән өс ул үҫтерә, ағас ултыртырға ла өлгөргән.

Ир-егет үҙ ғүмерендә йорт һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш тиҙәр. Ансар Өмөтҡужин йәш булыуына ҡарамаҫтан үҙенең бурыстарын арттырып үтәгән: ул һалған йорттарҙа әллә күпме ғаилә бәхетле тормош ҡорған, һөйөклө кәләше менән өс ул үҫтерә, ағас ултыртырға ла өлгөргән.

Ҡулында эш уйнап торған Ансарҙың көнө минутлап тигәндәй алдан билдәләнеп ҡуйылған. «Ҡайһы саҡ тәүлектәге 24 сәғәт етмәй хатта», — ти. Йорт һалған йәки төҙөлөшкә әҙме-күпме ҡыҫылышы булған кешеләр уны аңлар. Теге йәки был материалды һайлау, ҡайтартыу, нигеҙ һалыу, стенаһын күтәреү, башын ябыу, тәҙрә-ишектәр ҡуйыу, эстән һылау-буяу — бик мәшәҡәтле, оҙайлы һәм күп көс, аҡса талап иткән ауыр эш. Ә ул бер юлы әллә нисә йорт күтәрә. Ансар Рафиҡ улы төҙөлөш бригадаһы етәксеһе. 2015 йылда эш башлаған егет тәүҙә бәләкәйерәк йорттарға тотона, тиҫтәнән ашыу өй күтәрә. Уларҙы «Әсәлек капиталы» суммаһына тура килерлек итеп төҙөй, заказдар буйынса ла эшләй. Башлы, тәүәккәл эшҡыуар төҙөлөш материалдарын ситтән һатып алыу артыҡ сығымлы икәненә төшөнгәнгә, шунда уҡ уларҙы үҙенә әҙерләү йәтешерәк булыуын аңлай. Шул рәүешле, бәләкәй төҙөлөш предприятиеһының шлакоблок, ҡулсалар әҙерләү цехы, пилорамаһы барлыҡҡа килә. Эште дөрөҫ ойоштороуға Ансарҙың юғары юридик белеме лә ярҙам итә. Тора-бара төрлө объект-тарҙы төҙөүгә аукцион-тендерҙарҙа ҡатнашырға йөрьәт итә.

Бөгөн ул аяғында ныҡлы баҫып торған, районда танылыу ала барған төҙөүсе. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты, «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса Әбделғәзе ауылының мәҙәниәт усағын, Амангилденең спорт залын төҙөкләндергән, һөнәрселек училищеһы ятаҡтарының ҡыйығын алыштырған, Хәмит ауылы биләмәһе хакимиәте бинаһын танығыһыҙ итеп яңыртҡан, ошонда янғын депоһы төҙөгән. Уҙған йылда Ҡаҙмаш халҡын ҡыуандырып, бынамын тигән клубты сафҡа индерҙеләр. Дәүләт тарафынан торлаҡлы булыуға ярҙам, субсидия алыусылар-ҙың күптәре Ансар Өмөтҡужин бригадаһы һалған заманса, күркәм йорттар-ҙы һайлай. Бөтә уңайлыҡтар менән эшләнгән, сифатлы материалдарҙан күтәрелгән өйҙәр ысынлап та, тыштан да, эстән дә матур.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: