+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Сентябрь 2018, 11:04

Биҫтәлә ҙур эштәр башҡарыла

Район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн быйыл бик күп эштәр башҡарылды.

Район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн быйыл бик күп эштәр башҡарылды. Ҡола баҫыу өҫтөндә өй һалып, утһыҙ-ниһеҙ йәшәгән замандар артта ҡалды. Бер нисә йыл эсендә бында матур, заманса йорттар ҡалҡты, Ҡоръятмаҫ итәгендә ҙур ауыл хасил булды. Бында йәшәүселәр өсөн юл, электр, газ мәсьәләләрен хәл итеү тәү сиратта торҙо.

Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Д. И. Харрасов район етәкселеге тырышлығы менән Көнсығыш-2 биҫтәһендә коммуникациялар үткәреүгә ҙур күләмдә саралар бүленеүен билдәләне. Биҫтә халҡын иң ҡыуандырғаны — газ үтеүе. Мейес яғып йәки электр менән йылытыуға байтаҡ аҡса сығарыуға ҡарағанда, «зәңгәр яғыулыҡ» уңайлыраҡ һәм арзаныраҡ бит. «Газпром»дың махсус программаһы аша 68 миллион һум аҡса бүленеп, биҫтәгә газүткәргес һалыу эштәре башланды. Республиканың башҡа райондары менән сағыштырғанда, иң ҙур күләм Әбйәлилгә тура килә. 1 октябргә ҡарата трасса тапшырыласаҡ, артабан газды йорттарға тоташтырыу буйынса эш дауам итәсәк. Проектҡа инмәй ҡалған урамдарҙа йәшәүселәргә лә борсолорға кәрәкмәй, яйлап уларға ла «зәңгәр яғыулыҡ» буласаҡ, тине Дамир Иштимер улы.

Көнсығыш-2 биҫтәһендә иң үҙәккә үткәргәне нимә тиһәң, бер тауыштан юлдар тиерҙәр ине, моғайын. Яҙлы-көҙлө батҡаҡ иҙелеп, машиналар үткеһеҙ була. Хатта ҡырсынташ түшәлгән урындарҙа даими соҡор-саҡырҙар барлыҡҡа килеп тора. Ниһайәт, был проблема быйыл хәл ителәсәк. Биләмә башлығы әйтеүенсә, юлдарҙы тәртипкә килтереү иң насар участкаларҙан башланған. Подрядсы ойошма — Р. Дюсембаев шәхси предприятиеһы дүрт урамда юлдарҙы эшләргә лә өлгөргән. Иң тәүҙә юлдың тупраҡлы ҡатламы ҡырып алына, унан ҡырсынташ һалына һәм ул каток менән тигеҙләнә. Биҫтәнең И. Һиҙиәтов, Сиҙәм, Еңеүҙең 65 йыллығы, С. Ҡадиров, Р. Усманов, Һ. Дәүләтшина, Бейеш батыр, М. Мирсаяпов, Бишенсе, В. Сөләймәнов, Р. Сәлмәнов, Еңеүҙең 50 йыллығы урамдарында юлдар төҙөкләндерәсәк. Был эш Көнсығыш-1 биҫтәһенең И. Мырҙаҡаев, Еңеүҙең 60 йыллығы, М. Кәрим урамдарында ла башҡарыласаҡ. Юлдарҙы тәртипкә килтереүгә төбәк заказы буйынса республика һәм район бюджеттарынан бөтәһе 4 миллион 109 мең һум аҡса бүленгән. Ҡырсынташ түшәү бының менән туҡталып ҡалмаясаҡ, ул артабан да ауыл биләмәһе саралары иҫәбенә дауам итәсәк.

Биҫтәлә йәшәүселәрҙең яңыраҡ уҙған йыйынында ата-әсәләр автобус туҡталыштары һанын арттырыуҙы һорағайны. Дамир Иштимер улы мәсьәләне ыңғай хәл иткән. И. Һиҙиәтов һәм Туғай урамында ике туҡталыш урыны буласаҡ. ЮХХДИ-нан рөхсәт алынған, туҡталыш урыны әҙерләнгән, уның янына лампалар ҙа ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, Дауыт ауылында ла өҫтәмә туҡталыш комплексы булдырыу планы барлығын да әйтте биләмә башлығы. Уның уйынса, мәктәп автобусынан төшөп ҡалған балалар өйҙәренә ҡайтып еткәнсе байтаҡ арауыҡты атлап үтергә тейеш түгел һәм маршрутты ауылдың эсенә тиклем үҙгәртеп, тағы бер туҡталыш урыны булдырыласаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса ике Көнсығыш биҫтәһе лә яҡтыртыласаҡ. Диодлы лампалар ҡуйыуға 300 мең һум аҡса бүленгән. Эште Э. Зайсанов шәхси предприятиеһы башҡара. Диодлы лампалар оҙағыраҡ хеҙмәт итә, линияларға көсөргәнеш тә аҙыраҡ төшә. Тағы шуныһы бик мөһим: түләү йәһәтенән дә отошло, әлеге яҡтыртҡыстарҙан айырмалы рәүештә электрҙы аҙ сарыф итеүсе был лампалар ҡыйбат булһа ла, бик тиҙ үҙен аҡлай. Д. И. Харрасов бөтәһе 75 нөктәлә диодлы лампалар ҡуйыласағын, иң тәү сиратта кеше күпләп йәшәгән һәм бөтөнләй лампалар булмаған урамдар яҡтыртыласағын белдерҙе. Шулай уҡ туҡталыш тирәләре, тыҡрыҡтар ҙа яҡты буласаҡ.

Партияның тағы бер федераль программаһы — «Ҡала мөхите» буйынса район үҙәгенең Таңатар урамындағы ятаҡтар алдында төҙөкләндереү эштәре бара. 2 миллион 701 мең һум күләмендәге суммаға йорттар алдындағы асфальт яңынан түшәләсәк, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, сүп һауыттары урынлаштырыласаҡ, биләмә яҡтыртыласаҡ. Реконструкцияны «Грин Ток» ойошмаһы башҡара, улар эште 15 сентябргә тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: