+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Сентябрь 2018, 10:27

Заводта эштәр киң ҡолас алған

Шишәмбелә төҙөлөш эштәре алып барылған ҡоро ҡатнашмалар етештерәсәк завод биләмәһендә ҙур кәңәшмә үтте.

Шишәмбелә төҙөлөш эштәре алып барылған ҡоро ҡатнашмалар етештерәсәк завод биләмәһендә ҙур кәңәшмә үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте-премьер министры урынбаҫары И. А. Тажетдинов, «Ласселсбергер» Австрия кампанияһы етәксеһе Йозеф Ласселсбергер, «Цемикс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Жан Го, БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары Ф. Ф. Садиҡов, «Башкиравтодор» предприятиеһы директоры А. А. Шайнуров, «Башкирдортранспроект» проект-тикшеренеү институты етәксеһе Р. Х. Дилмөхәмәтов, район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов, уның төҙөлөш буйынса урынбаҫары

Ф. Р. Махийәнов, райондың архитектура бүлеген етәкләгән Р. Н. Хисмәтов ҡатнашты.

Бөгөн завод урынлашасаҡ урында төҙөлөш эштәре дәррәү алып барыла. Инженер-лаборатория корпусының нигеҙе әҙер, әле тимер арматуралар ҡуйылып, стеналары бетондан ҡойола. Шулай уҡ проходный буласаҡ бинаның нигеҙе һалына. Биләмә эсендәге юлдарға төҙөлөш материалдары ташыған транспортҡа уңайлы булһын өсөн ҡырсынташ түгелгән. Заводтың биләмәһе иң заманса ҡорамалдар ярҙамында яңы технологик эшкәртеүҙәр ҡулланып яһалған 3D ҡойма менән кәртәләнә башланған. Белгестәр әйтеүенсә, бындай тимер ҡойма ышаныслы, ныҡ һәм объекттарҙы тейешенсә һаҡларға мөмкинлек бирә икән. Өҫтәүенә, бик матур һәм зауыҡлы күренә.

Төҙөлөш эштәре өсөн бетон иҙмәһе ошоға тиклем ситтән килтерелгән. Әммә әлегә юл төҙөлөп бөтмәү сәбәпле, яуын мәлендә транспорт өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Шуға ла бетон иҙмәһен етештереүҙе урында ойошторорға ҡарар иткәндәр, әле бетон ҡоролмаһын ҡуйыу буйынса әҙерлек эштәре алып барыла, киләһе аҙна башынан бетон иҙмәһе әҙерләү үҙәге продукция бирә башлаясаҡ.

Төҙөлөш барышын ҡарағандан һуң, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар уның буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе, юл һа-лыуҙы тиҙләтеү һәм башҡа килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тикшерҙе, улар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. «Цемикс» ЯСЙ-һы менән Республика Хөкүмәте араһындағы инвестиция килешеүенә ярашлы, билдәләнгән бурыстарҙы ике яҡтың үтәлеше ҡаралды. Килешеүгә ярашлы Башҡортостан Хөкүмәте заводҡа инфраструктура йәһәтенән уңайлыҡтар булдырырға тейеш, йәғни уға автомобиль, тимер юлдары бәйләнеше, электр энергияһы, газ менән тәьмин итеү йөкмәтелгән.

— Бөтә был эштәр ваҡытында башҡарыласаҡ, — тип ышандырҙы Илшат Азамат улы. — Заводты урынлаштырыу өсөн ер бүленде. Генпланды үҙгәртеү буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте. Йәғни Йәнгел ауыл биләмәһе планына төҙөлөш алып барыласаҡ ергә сәнәғәт объекты өсөн тигән үҙгәреш индерелде. «Цемикс», күреүегеҙсә, фундамент һалыу эштәрен башланы. Завод бөтә экологик һәм санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп төҙөлә. Сәнәғәт ҡалдыҡтары тәбиғәткә сығарылмаясаҡ, ҡулланылған һыу ҡабаттан эшкәртелеп, киренән файҙаланыласаҡ. Объект Магнитогорск ҡалаһының һыу алыу ҡоролмаһының санитар-һаҡлау зонаһынан ситтә урынлаша.

Кәңәшмә тамамланғандан һуң, Йозеф Ласселсбергер менән тәржемәсе аша аралашырға мөмкин булды.

— Эш әүҙем башланды, уның барышы менән ҡәнәғәтмен. Ноябрь аҙағына тиклем бетон менән бәйле эштәр тамамланырға тейеш. Февраль-мартта тәүге тимер конструкциялар килтерелә башлаясаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, аҡ цемент, микрокальцит һәм ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү менән шөғөлләнәсәк заводтың 2020 йыл башына тәүге продукцияны биреүгә килешеүгә ҡул ҡуйылған. Төҙөлөштөң тәүге этабында бында 250 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Тотош алғанда, бында 12 миллиард һум күләмендә инвестициялар һалыу ҡаралған, — тине ул.

Әле алып барылған бөтә эштәргә бөгөн 16 эшсе йәлеп ителгән һәм уларҙың яртыһынан күбеһе әбйәлилдәр булыуы ҡыуаныслы. Подрядсы ойошманың төҙөлөш эштәре өсөн Мәхмүт егете Р. Р. Мусин яуаплы. Рәмзил Риф улы әйтеүенсә, бында Йәнгелдән, Әлмөхәмәттән, Гусевтан эшселәр бар, уларҙың кемелер төҙөлөштә ҡатнашһа, икенселәре һаҡ системаһы хеҙмәткәрҙәре.

Завод төҙөлөшө тамамланып, «Цемикс» продукция бирә башлаһа, бында беҙҙең райондан эшселәр күп буласаҡ. Й. Ласселсбергер әйтеүенсә, эшкә алғанда урындағы халыҡҡа өҫтөнлөк биреләсәк. Өҫтәүенә, беҙҙә тау институтын тамамлаған белгестәр аҙ түгел.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: