-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Сентябрь 2018, 10:42

Кескәйҙәрҙең шат тауышы тынмаһын

Бикҡолда 25 урынға балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.

Бикҡолда 25 урынға балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.

Был ҡыуаныслы ваҡиғаны бикҡолдар оҙаҡ йылдар аша көтөп алды. 21 йыл элек сафҡа ингән башланғыс мәктәптең балалар баҡсаһы урынлашасаҡ ҡанаты баштан нисек файҙаланыуға тапшырылмай тороп ҡалһа, әлеге көнгәсә буш торҙо. Бикҡолдар ҙа йыл һайын йыйын-йыйылыштарҙа ошо мәсьәләне күтәрҙе. Баҡса төркөмө асыу, бында, ысынлап та, көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды. Ни тиһәң дә, ауыл курорт төбәгендә урынлашыуы менән уңайлы. Эшләргә эш булғас, йәштәр ҙә ауылда ҡала, тыуым күрһәткесе лә яҡшы, тик бына атай-әсәйҙәр эштә саҡта балаларҙы ҡалдырыу мәсьәләһе генә тормоштарының бер китеге ине.

Быйыл район бюджетынан 1 миллион 573 мең һум аҡса бүленеп бында капиталь ремонт үтте. Подряд эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта сифатлы һәм зауыҡлы итеп «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы башҡарҙы. Һәм бина эстән генә түгел, тыштан да заманса төҫ алды.

Вәғәҙә — иман: баҡса төркөмө планға алынған ваҡытҡа асылды. Уҙған кесаҙнала баҡсаны тантаналы асыу буйынса бикҡолдарҙың оло байрамына килгән ҡунаҡтар һәр береһе һүҙ алып, яңы учреждениеға изге теләктәрен юлланы, бүләктәр тапшырҙы. Район балалар баҡсалары етәкселәре лә бындай шатлыҡлы ваҡиғанан ситтә тороп ҡалманы.

Подрядсы ойошма исеменән сығыш яһаған А. Ә. Тутаев ҡәҙерен белеп оҙаҡ йылдар файҙаланырға яҙһын, тигән теләктә мәктәпкәсә төркөм тәрбиәсеһе А. Д. Шаһыбаловаға символик асҡыс тапшырҙы. Айгөл Данис ҡыҙы ауыл халҡы, ата-әсәләр һәм балалар исеменән рәхмәт әйтеп, ҡунаҡтарҙы баҡсаға рәхим итергә саҡырҙы.

Традицион ҡыҙыл таҫманы киҫкәс, тантанала ҡатнашыусылар эскә үтте. Зауыҡлы, матур, бөтә уңайлыҡтар булдырылған, кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған, түшәк-ҡаралтылар, уйынсыҡтар һатып алынған, хатта аҙыҡ-түлеккә тиклем килтерелгән.

— Иртәгә балаларҙы ҡабул итәсәкбеҙ. Ата-әсәләр һәм кескәйҙәр был көндө түҙемһеҙлек менән көтә. Баҡса һәр ваҡыт балалар менән тулы булыр, тигән өмөттәмен. Сөнки ауылда мәктәпкәсә йәштәге 43 бала иҫәпләнә. Кескәйҙәрҙе өс йәштән алабыҙ, дүрт баланы Теләштән йөрөтәсәктәр. Сират көтөүсе ғаризалар ҙа бар, — ти Айгөл Данис ҡыҙы.

Кескәйҙәр учреждениеһы асылыуы, бер яҡтан, ата-әсәләрҙең тыныслығын, бәләкәстәрҙең ҡараулы булыуын тәьмин итһә, икенсенән, бер нисә кешене эшле итеүе менән дә ҡыуаныслы. Төркөмгә тәрбиәсе, музыка етәксеһе, тәрбиәсе ярҙамсыһы һәм ашнаҡсы штаты ҡаралған.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: