+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
21 Сентябрь 2018, 10:17

Күтәрмәнән күтәрелеүе күңелле буласаҡ

Райондың төп социаль хеҙмәттәре — «Ғаилә», «Ярҙам» үҙәктәре, Пенсия фонды идаралығы урынлашҡан бинаға инеү урыны уңайлы, ҡаршылыҡтарһыҙ һәм зауыҡлы итеп яңынан эшләнә.

Райондың төп социаль хеҙмәттәре — «Ғаилә», «Ярҙам» үҙәктәре, Пенсия фонды идаралығы урынлашҡан бинаға инеү урыны уңайлы, ҡаршылыҡтарһыҙ һәм зауыҡлы итеп яңынан эшләнә.

2012 йылда бинаға капиталь ремонт эшләнгән. Ләкин инеү урынын төҙөкләндереү ул саҡта башҡарылған ҙур күләмле эштәр сметаһына индерелмәй ситтә ҡалған. Быйыл күтәрмәне матур ғына түгел, ә бөтә талаптарға ярашлы итеп эшләргә район бюджетынан 305 мең һум аҡса бүленгән.

Үткән аҙнала тендерҙа еңеп сыҡҡан шәхси эшҡыуар Йәмил Баймырҙиндың подрядсылар бригадаһы объектта эште башланы. Иҫке ҡыйыҡты, күтәрмәгә һалынған плитәләрҙе, заманында кирбестән һалынған перилаларҙы демонтажлауға ғына ла бер аҙна самаһы ваҡыттары киткән. Бригадала Йәмил Баймырҙин үҙе атаһы Рафиҡ ағай менән, төҙөүселәр Урал Шәйхетдинов һәм Сәғит Ғәзизов эшләй.

Яңы проект буйынса күтәрмә тулыһынса ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. Түбәлекте быға тиклемгеһенән ҡарағанда 2,5 метр алға сығарып ябасаҡтар. Шуға күрә төҙөүселәр тағы ла бағаналар ултыртҡан, өҫтәмә рәүештә торбалар иретеп-йәбештереп элекке тимер конструкцияны ҙурайтҡан, нығытҡан. Тәү нәүбәттә ҡыйыҡты ябып, эс яҡтан түшәмде профлист менән көпләргә уйлайҙар. Артабан фасадты тәртипкә килтереү, ишекте алмаштырыу, күтәрмәне ике яҡлап тотонғостар менән йыһазландырыу, яҡтыртҡыс лампалар ҡуйыу, ә тупһаға һәм баҫҡыс майҙанына бөтә миҙгелдәргә лә яраҡлы, иң мөһиме таймай торған ковролин һалыу планға алынған. Иң һөйөнөслөһө шул — күтәрмәнең бер яҡ ситенән пандус урынлаштырыласаҡ. Юғиһә, социаль яҡлау эҙләп йәки пенсия мәсьәләһе буйынса килгән физик мөмкинлектәре сикле граждандарға һәм оло быуын кешеләренә бинаның ишегенән ингәнгә тиклем хәтһеҙ ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә ине. Ремонттан һуң уларҙың элекке хәсрәттәре онотолор, моғайын. Бер юлы төҙөүселәр запас ишекте лә янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы итеп ҡулайлаштырып эшләп ҡуясаҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: