+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Сентябрь 2018, 11:36

Сәнғәт мәктәбе асылды

Красная Башкирияла капиталь ремонттан һуң музыка мәктәбе асылды. Тантанаға ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр йыйылды.

Красная Башкирияла капиталь ремонттан һуң музыка мәктәбе асылды. Тантанаға ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр йыйылды.

Ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән хөрмәтләп ҡаршы алғандан һуң һүҙ район етәкселәренә бирелде. Тәүге булып район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Н. Солтанов тәбрикләне.

— Беҙҙең район таланттарға бай. Әбйәлилдән сыҡҡан сәхнә йондоҙҙары, билдәле артистар, атаҡлы бейеүселәр бихисап. Әммә һәләттәрҙе асыҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар кәрәк. Йәш быуын мәҙәни тормошҡа ылыҡһын, улар араһынан киләсәктә район данын яҡлаясаҡ талантлы кешеләр үҫһен өсөн ярҙам күрһәтеү мөһим, — тине Ғәлим Наил улы. — Красная Башкирияның сәнғәт мәктәбен капиталь ремонтлауға район бюджетынан 1 миллион 200 мең һум аҡса бүленде. Был сараларға бинаның эсе тотошлай яңыртылып, бөтә талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнде. Балалар рәхәтләнеп шөғөлләнһендәр, түңәрәктәргә йөрөһөндәр. Ижади бәйге-конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулаһындар. Музыка мәктәбе коллективына һәм уҡыусыларға уңыштар теләйем.

Ғ. Н. Солтанов мәктәпкә 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ул шулай уҡ ремонт эшен еренә еткереп, сифатлы һәм ваҡытында башҡарған подрядсы ойошма етәксеһе Й. Р. Баймырҙин хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте. Йәмил Рафиҡ улы район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Красная Башкирия халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Ә. Мусин, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе директоры Г. Ә. Ниязғолова килгәйне. Улар ихлас теләктәренә ҡушып бүләктәр ҙә тапшырҙы. Ирек Әғзәп улы мәктәптә йыр-моң яңғырап торһон тип ун ҡурай вәғәҙә итте. Красная Башкирия ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы З. Н. Кәримов, урындағы мәктәп директоры Л. Р. Ғилманова иҫке, күркһеҙ сәнғәт мәктәбен заманса, ҡупшы бинаға әйләндәреү өсөн күп көс түккән төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Улар ҙа тантанаға буш ҡул менән килмәгәйне.

Й. Р. Баймырҙин капиталь ремонт мәлендә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтеп, музыка мәктәбе һәр саҡ гөрләп эшләһен тигән теләктә үҙенең бүләген бирҙе. Ата-әсәләр исеменән сикһеҙ ҡыуаныс белдереп, район етәкселегенә, Й. Баймырҙиндың бригадаһына рәхмәт һүҙҙәре менән Лилиә Байтурина сығыш яһаны.

Ал таҫманы киҫкәндән һуң бөтәһе лә танығыһыҙ булып яңырған сәнғәт мәктәбен ҡараны. Ҡараңғы, тар бүлмәләр ҙурайтылған, яҡтырған. Ҙур тәҙрәләр ҡуйылған. Бинала электр хужалығы тулыһынса яңыртылған, иҙән-түшәм алыштырылған. Коридор матурайған, бөтә уңайлыҡтар булдырылған, хатта кейемде сисеү өсөн айырым бүлмәләр эшләнгән. Хореография класында был түңәрәккә йөрөүселәр рәхәтләнеп шөғөлләнһен өсөн бөтә кәрәк-яраҡ бар. Зауыҡлы, күркәм кластарҙы балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә һоҡланып ҡараны. Киләсәктә Красная Башкирия ауылы балалары араһынан билдәле сәхнә йондоҙҙары сығыр, район мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индерерҙәр тигән ныҡлы ышаныс бар.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: