+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Октябрь 2018, 10:13

Бер юлы ике күпер сафҡа инде

Районда бер юлы ике күпер асылды. Мораҡай һәм Таштимер, Әбйәлил ауылдары халҡының шатлығын уртаҡлашырға район етәкселеге, мәртәбәле ҡунаҡтар килде.

Районда бер юлы ике күпер асылды. Мораҡай һәм Таштимер, Әбйәлил ауылдары халҡының шатлығын уртаҡлашырға район етәкселеге, мәртәбәле ҡунаҡтар килде.

Мораҡайҙар ауыл тарихындағы иҫтәлекле ваҡиға — күпер асыу тантанаһына килгән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғ. Н. Солтанов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров, БР Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары А. Р. Хафизов, «Магистраль» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте ойошмаһы директоры А. Р. Зәйнәшев, район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов, район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев, район Советы депутаты Р. И. Шөғүровты йыр-моң, икмәк-тоҙ менән хөрмәтләп ҡаршы алды.

Ғ. Н. Солтанов ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға уңайынан ысын күңелдән тәбрикләне.

— Бөгөн ауылығыҙҙа оло байрам. Кесе Ҡыҙыл йылғаһы аша һалынған күпер сафҡа инә. Яҙ һайын ташҡын йыуып алып китеү ҡурҡынысы янаған иҫке баҫма урынына күпер һораған мораҡайҙар ошондай ныҡлы ҡоролма һалыныр тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, — тине Ғәлим Наил улы. — 2013 йылдағы ташҡында районда 23 баҫма сафтан сыҡһа, биш йыл эсендә 21 күпер төҙөлдө. Ҙур ярҙамдары өсөн республика Хөкүмәтенә, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа оло рәхмәт. Был күпер ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип ышанам.

Ул шулай уҡ күперҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп төҙөп, сафҡа индергән төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм «Магистраль» ойошмаһы директоры Алмир Зәйнәшевҡа район хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров ихлас теләктәрен еткерҙе.

— Ауылығыҙ матур, күркәм. Ул йәшәһен, ҙурайһын өсөн тырышырға кәрәк. Йәштәр ҡырға китмәһен, бында төпләнһен, ғаиләләрҙә күберәк сабыйҙар тыуһын. Кире күренештәр, яман ғәҙәттәрҙән алыҫ тороу хә-йерле, сөнки улар халҡыбыҙҙы биҙәмәй, — тине Зариф Закир улы. — Бәләкәй ауылда ошондай ҙур күпер асылыуы бик ҡыуаныслы. Мораҡайҙарҙың шатлығын уртаҡлашып, ғаиләләрегеҙгә именлек, бәхет теләйем.

Депутат «Берҙәм Рәсәй» партияһының төрлө программалары районда уңышлы эшләп килеүен, улар ярҙамында ауылдарҙа бихисап проблемалар хәл ителеүен һөйләп китте.

Байым ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Й. Н. Зәйтүнов ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны.

— Күперҙе төҙөүселәр тырышып эшләне, ауыл халҡы яғынан да уларға ярҙам булды, — тине Йәлил Насип улы. — Беҙҙең биләмәлә бөтәһе ун ауыл. Йыл һайын ниндәйҙер эш башҡарыла, социаль объекттар яңыртыла, капиталь ремонт үткәрелә. Быларҙың барыһы ла район, республика ярҙамы менән эшләнә, шуның өсөн рәхмәтлебеҙ.

Биләмә башлығы оло хөрмәт йөҙөнән З. Байғусҡаровҡа һәм А. Зәйнәшевҡа бүләккә һарыҡ инселәне.

— Был ауылдың ике яғында йәшәүселәрҙе берләштереүсе дуҫлыҡ күпере булһын, — тип теләне район Советы депутаты Р. И. Шөғүров.

Ауыл халҡы исеменән Байым биләмәһе депутаты, имамы Даян Фәтхуллин төҙөүселәргә изге теләктәрен еткерҙе.

Ауыл халҡының көслө алҡыштары аҫтында ал таҫманы киҫкәндән һуң тантанала ҡатнашыусы барса кеше өр-яңы күперҙән уҙҙы.

* * *

Таштимер биләмәһе халҡы ҡунаҡтарҙы дәртле гармун моңдары менән ҡаршы алды. Тантанаға йыйылыусыларҙы Ғәлим Солтанов сәләмләне.

— Был күпер Таштимер һәм Әбйәлил ауылдары халҡы өсөн генә түгел. Ташбулат, Байым яҡтарында йәшәүселәр ҙә район үҙәгенә тап ошонан үтәсәк, — тине ул. — Иҫке күпер көслө ташҡындар мәлендә ағып китә торғайны. 2013 йылда һыу баҫма аша ағып ятты. Шунан һуң бында ныҡлы, заманса күпер кәрәк тигән ҡарарға килдек.

Күпер төҙөүсе подрядсы ойошма «Уралмостострой» йәм-ғиәтенең «16-сы Мостоотряд» филиалы начальнигы А. А. Попцов район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Оло эшкә үҙҙәренең баһалап бөткөһөҙ өлөштәрен индергән ДРСУ хеҙмәткәрҙәре Н. И. Их-санов, Ҡ. Р. Ғәбитов һәм Б. М. Ғәлләмов та рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

— Бик әһәмиәтле сарала ҡатнашып, һеҙҙең ҡыуанысығыҙҙы уртаҡлашыуыма шатмын. Бындай күпер, һис шикһеҙ быуаттар буйы торасаҡ, уға хәҙер көслө ташҡындар ҙа ҡурҡыныс түгел. Ошондай кәрәкле объекттар төҙөп, район, республика халҡы мәнфәғәтендә ҙур эштәрҙе бергәләп башҡарһаҡ, төбәгебеҙ сәскә атасаҡ, — тине тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаған З. З. Байғусҡаров.

Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы исеменән ойошма етәксеһе урынбаҫары А. Р. Хафизов ҡотланы. Азат Рәйес улы төҙөүселәр объектты билдәләнгән ваҡыттан күпкә алда тамамлаһалар ҙа, бик сифатлы итеп, урын еренә еткереп эшләүҙәре хаҡында белдерҙе.

Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы В. С. Абсаҙыева Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаровҡа һәм юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Р. Л. Аҡсуринға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Таштимер һәм Әбйәлил ауылдары халҡы исеменән педагогик хеҙмәт ветераны Ғәйнур Рәхмәтуллина сығыш яһап, күперле иткәндәрҙең барыһына ла, айырыуса төҙөүселәргә, Р. Һ. Сыңғыҙовҡа оло рәхмәт еткерҙе.

Документтар буйынса Йәнгел, халыҡ телендә элек-электән Мунсыҡ тип йөрөтөлгән йылға аша һалынған күпер тантаналы асылды. Урындағы халыҡ ҡыуанысынан бейей-бейей «ныҡлығын» һынаһа, күп тә үтмәй автомобилдәр киң, уңайлы күперҙән елдереп уҙа башланы.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: