+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Октябрь 2018, 10:30

Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

«Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары сиктәрендә район ауылдарында күп кенә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары сиктәрендә район ауылдарында күп кенә төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.

Был тәңгәлдә Амангилде ауыл биләмәһе ауылдарын да билдәләп үтергә була. Уларҙың күптәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекттары ярҙамы менән мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында ремонт үтте, биналарындағы тәҙрә-ишектәр замансаға алмаштырылды, балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.

Күптән түгел Рысҡужа ауылының Ырғайҙы йылғаһы буйында балалар майҙансығы ла партияның «Аныҡ эштәр» проекты һөҙөмтәһендә ҡалҡып сыҡты. Был балалар ҡаласығына «Йәйғор» тип исем биргәндәр. Майҙансыҡтың кәртәһе, ундағы уйын ҡоролмалары исеменә тура килеп, төрлө төҫтәге сағыу буяуҙар менән балҡып ултыра.

Амангилде ауыл биләмәһе башлығы М. Х. Фәхрисламов әйтеүенсә, «Аныҡ эштәр» проекты сиктәрендә бүленгән 100 мең һумға балалар уйын ҡорамалдары һатып алынған, уның биләмәһен кәртәләүгә аҡса республика бюджетынан бүленгән.

— Уйын ҡорамалдарын ҡуйыу, ҡаласыҡты кәртәләп алыу, буяу буйынса үткәрелгән өмәләрҙә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Уларға һәм төп эштәрҙе башҡарған Азат Яҡупов, Фәнис Зыяев һәм Айбулат Ҡорманғәлиндарға рәхмәт белдерәм, — ти ауылдағы һәр эште башлап йөрөгән староста, тынғыһыҙ Вәкил ағай Баҡыев.

Әйткәндәй, был Рысҡужалағы икенсе балалар майҙансығы. Тәүгеһен Вәкил Әнәс улының башланғысы менән бер нисә йыл элек урындағы халыҡ үҙ көстәре менән төҙөгәйне. Рысҡужа ауылы балалары йәйен ошондай ҡаласыҡтарҙа уйнаһа, уларҙың ҡыш рәхәтләнеп конькиҙа шыуыу, хоккей уйнау өсөн майҙансыҡтары ла бар. Хоккей майҙансығы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы сиктәрендә төҙөкләндереү буйынса иғлан ителгән район конкурсында еңеүсе булараҡ алған премия аҡсаһына төҙөлгән.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: