+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Октябрь 2018, 10:43

Михайловкала — заманса парк

Михайловка ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите булдырыу» проекты буйынса төҙөкләндерелгән ял, мәҙәниәт һәм спорт паркы халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырылды.

Михайловка ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите булдырыу» проекты буйынса төҙөкләндерелгән ял, мәҙәниәт һәм спорт паркы халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырылды.

Был парк «Путь Ленина» колхозына Георгий Орлов етәкселек иткән дәүерҙә үк булдырылған, ағастар ултыртылған. Алдынғы ҡарашлы колхоз рәйесенең Михайловканы төҙөкләндереү буйынса пландары һынландырылған пенопластан макеттар бөгөн дә мәктәп музейында һаҡлана. Ләкин заманаларҙың үҙгәреүе изге хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа ашырырға мөмкинселек бирмәй. Ағастар шаулап үҫеп китә, әммә ял итеү урыны итеп ҡулайлаштырылмағанға күрә, был урын оҙаҡ йылдар фәҡәт баҡса ролен үтәй. Ике-өс йыл элек ауылдың йәш әүҙем ата-әсәләре үҙ көстәре менән паркка «йән өрә». Футбол, волейбол, баскетбол ҡорамалдары менән йыһазландыралар. Ауылдың иң кескәй вәкилдәре өсөн уйын майҙансығы ҡоралар.

Ҙур ауыл булараҡ, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите булдырыу» проектында ҡатнашыу мөмкинлеге килеп сыҡҡас, уңайлы форсатты ҡулдан ысҡындырмай, ошо паркты төҙөкләндерергә ҡарар итәләр. Һәм бына проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән 1 миллион 376 мең һум аҡсаға ҙур маҡсатлы эште башҡарып та ҡуйҙылар. Асҡарҙағы үҙәк майҙанда торған ҡупшы сәхнәнең «игеҙәген» бында күреү хайран итте. Йылы миҙгелдәрҙә байрам сараларын хәҙер асыҡ һауала үткәрә ала михайловкалар. Сәхнә алдында тамашасылар өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйылған.

— Һуңғы йылдарҙа ауылдарыбыҙ «Аныҡ эштәр» проектының аныҡ ярҙамын тойһа, быйыл «Берҙәм Рәсәй» партияһының тағы бер проектында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бөгөн беҙҙә икеләтә байрам – Республика көнөн билдәләү менән бергә паркты асабыҙ, — тине Таштимер ауыл биләмәһе башлығы В. С. Абсаҙыева. — Подряд эштәрен Юнир Таһиров етәкселегендәге «Әмир» ЯСЙ-һы башҡарҙы. Сәхнә ҡоролдо, 18 урам эскәмйәһе урынлаштырылды, 10 бағана ултыртып, фонарҙәр ҡуйылды. Ошо көндәрҙә Миәс ҡалаһынан балалар өсөн уйын майҙансығы килеп етәсәк. Парк биләмәһендә бөтәһе ете төрлө уйын ҡорамалы ҡуйыласаҡ. Велосипедтарҙа йөрөү өсөн юл һалыу ниәтен тормошҡа ашыраһы бар. Ә ҡышҡыһын майҙан уртаһына шыршы ҡуйыу, ҡар ҡаласығы төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Парктың ауыл халҡы өсөн әүҙем ял урыны булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеренә ышанам.

Вәсилә Сәғит ҡыҙы дөйөм эшкә өлөш индергән әүҙем йәмәғәтселәр — ауыл старостаһы Юлай Хәйбуллин, биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүлиса Хәйруллина, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мөғлифә Әхмәтйәноваға, шулай уҡ әлеге байрамды ойоштороуға бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән етәкселәр, фермерҙар һәм эшҡыуарҙар — Мәжит һәм Ғаяз Шәғәлиевтар, Сергей Гусев, Хәйбулла Хәйруллин, Айбулат Ғилманов, Сергей Косых, Любовь Казармщикова-Богдан, Гөлнара Ҡорбанова, Евгений Горбунов, Наталья Махийәнова, Зөфәр Саҙрыев, Гөлнара Әхмәҙуллина һәм Гөлфирә Заһретдиноваға рәхмәт белдереп, урындағы хакимиәттең рәхмәт хатын тапшырҙы.

Район хакимиәте вәкиле — физкультура, спорт һәм туризм буйынса комитет рәйесе А. Р. Дәүләтбаев парктың башҡа ауылдар аҡ көнләшеү менән ҡарарлыҡ матур килеп сығыуына һоҡланыу белдерҙе һәм ауыл халҡының һаҡсыл мөнәсәбәттә булыуын теләне. Тәбрик һүҙе менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Р. М. Әғзәмова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сә-ғәҙиева сығыш яһаны.

Сәхнәлә урындағы һәүәҫкәр артистар, хеҙмәт коллективтары һәм балалар тарафынан әҙерләнгән концерт дауам итте. Михайловка халҡы бер юлы 2019 йылда урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашырға һүҙ ҡуйышып, ауылға ингән урындағы яңы биҫтәне яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеүгә берҙәм тауыш бирҙе. Әйтергә кәрәк, киләһе йыл ауыл үҙ тарихында беренсе тапҡыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында ҡатнашырға йыйына. Шәхси секторҙа яйлап хужалыҡтарҙы төҙөкләндерә башлағандар ҙа инде. Әлеге ваҡытта барған Н. Концов, Шишмә, Шишмә-1 урамдарына ҡырсынташ түшәү эштәре лә байрамға әҙерлек сиктәрендә башҡарыла.

Байрамға килгән халыҡ З. Ғ. Саҙрыев биргән ҡарағай үҫентеләрен ултыртты. Ҡаҙанда бешкән былау, самауыр сәйе һәр кемгә лә етте. Ул арала спорт ярыштары ҡыҙҙы. «Сәләмәт ауыл» район конкурсында ҡатнашыусы Михайловка ауылының олоһо ла, кесеһе лә ихласлап йүгерҙе, һикерҙе, төрлө уйындарҙа ҡатнашып бүләктәр отто.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: