«Берҙәм Рәсәй» партияһының төрлө проекттары урындарҙа халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирә. Ағымдағы йылда «Заманса ҡала мөхите» проекты буйынса ғына райондың бер нисә ауылында халыҡҡа, балаларға ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн өр-яңы объекттар барлыҡҡа килде.
Сиҙәм ауылында балалар скверҙы тантаналы асыуҙы көтмәне, уйын майҙансығының буласаҡ хужалары бәүелсәктәрҙә эйергә, һырғалаҡтан шыуырға тотондо, тирә-яҡ уларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо.
Әлмөхәмәт биләмәһе хакимиәте башлығы И. С. Батыршин ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләне.
— Сиҙәмдә бөгөн шатлыҡлы ваҡиға — скверҙы асыу балалар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәләре өсөн дә ҡыуаныс. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите» проектының төп маҡсаты халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу. 2018 йылға тиклем был проектта тик ҡалалар ғына ҡатнаша ала ине. Ағымдағы йылдан халҡы 1000 кешенән артҡан һәм күп ҡатлы йорттар булған ауылдар ҙа индерелде. Сиҙәм ошо талаптарға яуап бирә һәм партияның урындағы бүлексәһе проектта ҡатнашырға тәҡдим итте. Бының өсөн етәкселеккә ҙур рәхмәт, — тине Иҙрис Салауат улы. — Сквер бәләкәстәр һәм өлкәндәрҙең яратҡан урынына әйләнһен, ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итә алһын өсөн беҙ уны артабан да төҙөкләндерәсәкбеҙ, заманса спорт кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырасаҡбыҙ.
Биләмә башлығы скверҙа эштәрҙе башҡарған «Анир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, етәксеһе Ю. М. Таһировҡа рәхмәт белдерҙе.
Рәсәй һәм Башҡортостан бюджетынан финансланған был проектҡа урындағы халыҡ та үҙ өлөшөн индергән. Улар 5 процент күләмендә ярҙам күрһәткән. Сиҙәмдәр сквер урынын тәртипкә килтереү, ағас ултыртыу, кәртәләп алыу кеүек күмәк хеҙмәт көсө талап ителгән саҡта дәррәү өмәгә сыҡҡан. Ауыл биләмәһе лә ситтә ҡалмаған: ҡойманы яңыртыу, видеокамералар ҡуйыуға саралар бүлгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Р. М. Әғзәмова сиҙәмдәргә теләктәр юллап, спорт менән шөғөлләнеү өсөн кәрәк-яраҡтар бүләк итте.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
— Данлыҡлы сиҙәмселәр, алдынғы совхоз вариҫтары лайыҡлы йәшәргә тейеш. Уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашыуына беҙ ҙә шатбыҙ. Хәҙер һеҙгә булғандың ҡәҙерен белергә, уйын, спорт ҡорамалдарын һаҡсыл тотонорға ҡала, — тине Фуат Рәфҡәт улы.
Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев ауыл халҡын тантана менән тәбрикләп, Сиҙәмдең һуңғы йылдарҙа танығыһыҙ булып үҙгәреүен бәйән итте.
— Бынан бер нисә йыл элекке менән бөгөнгө ауылды сағыштырырлыҡ та түгел. Йорт-ихаталар тәртипкә килтерелде, үтеп сыҡҡыһыҙ булған кварталдар төҙөкләндерелә. Сиҙәмдең ғорурлығы булған заманса ҙур мәктәп янында сквер барлыҡҡа килеүе лә шәп, — тип билдәләне Булат Юныс улы. — Ауылдың үҙәге тағы ла матурыраҡ булһын өсөн мәҙәниәт усағын ремонтлау, юлды йүнәтеүҙе планға алғанбыҙ.
«Заманса ҡала мөхите» проекты кураторы Рәсилә Шаһыбалова сиҙәмдәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашты.
Ауыл халҡы исеменән ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нәғимә Ғүмәрова, йәш ата-әсәләр исеменән Әлфиә Әхмәтова район етәкселегенә, партияның урындағы бүлексәһенә оло рәхмәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Скверҙы асҡандан һуң ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы Ленин урамына йүнәлде. Бында «Берҙәм Рәсәй» партияһының тағы бер программаһы ярҙамында 2-се, 4-се һәм 6-сы һанлы күп ҡатлы йорттар урынлашҡан кварталда йәй буйы дауам иткән төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Өфө ҡалаһының «Грин Ток» ойошмаһы йорттар алдындағы иҫке, соҡор-саҡырлы юлды киңәйтеп, асфальт һалған. Эскәмйәләр, фонарҙәр ҡуйылған. Ауыл биләмәһе хакимиәте баҡсаны кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары, буяу бүлгән. Фатирҙарҙа йәшәүселәр өмәләрҙән ситтә ҡалмаған, айырыуса Урал Хәйбуллин, Әхиәр Йыһаншин бөтә эштәрҙең уртаһында ҡайнаған.
Ҡунаҡтар кварталда йәшәүселәрҙе тәбрикләне, уларҙың башҡалар өсөн өлгө булып тороуҙарын билдәләне. Булат Юныс улы йорт тирәһен тағы ла матурыраҡ итеү өсөн баҡсаларҙа сәскәләр, ағастар үҫһен, ихата таҙа булһын тип теләне. Рәзинә Миҙхәт ҡыҙы йәштәр, балалар сәләмәт тормош алып барһын, спортты яратһын тип туптар бүләк итте.
Йорт алды төҙөкләнеүгә ҡыуанған Светлана Хәйбуллина, Сәбиҙә Килмөхәмәтова, Ләлә Ғүмәрова ихлас рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.