«Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» программаһы сиктәрендә ауылда 120 урынлыҡ мәктәп һәм 60 урынға балалар баҡсаһы төҙөлөшөнөң тамамланыуын тупаҡтар ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.
Ошо йылдың май айында башланған төҙөлөштө «Прогресс» компаниялар төркөмө» дәррәү алып барыла. Бөгөн балалар баҡсаһы урынлашасаҡ бина төҙөлөп бөткән, тәҙрәләре ҡуйылған, ҡыйығы әҙер, әле уны тимер менән көпләргә ҡалған. Төҙөлөштөң прорабы Х. Ә. Суфиянов әйтеүенсә, бөгөн-иртән профлист килһә, башын ябып та ҡуясаҡтар. Шулай уҡ бинаның тышы йылытҡыс материал менән көпләнеп, арматураланғандан һуң, декоратив штукатуркалау эштәре башҡарыласаҡ. Артабан эске биҙәү мәшәҡәттәре һәм елләтеү системаһын ҡуйырға ҡала.
Мәктәп буласаҡ өлөшөнөң икенсе ҡатының стеналары күтәрелеп бөтөп бара. Беренсе ҡатта тәҙрәләрҙе ҡуя башлағандар. Тәҙрәләр ҙур ғына, тимәк, кластарҙа яҡты буласаҡ.
Шулай уҡ спорт залы стеналары әүҙем «үҫә» бара.
Мәктәптең ҡаҙанлығы әҙер, йылылыҡ трассаһы, һыу селтәре лә бинаға килеп еткән, цоколь, йәғни аҫҡы ҡатта бөтә коммуникациялар: йылытыу, һыу торбалары, уларҙың приборҙары ҡоролған.
— Һыу башняһы әҙер тиерлек, әле уның биләмәһе кәртәләнә, скважина ҡаҙыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә эштәр графикка ярашлы бара. Ошо көндәрҙә тағы бер ташсылар бригадаһының эшкә ҡушылыуы көтөлә һәм төҙөлөш тағы ла ҡыҙыуыраҡ барасаҡ, — ти Хәлил Әнүәр улы.
Эштәрҙең дәррәү барыуы Тупаҡ ауылы балалары, уҡытыусылар, ата-әсәләр берҙәй түҙемһеҙлек менән көткән мәктәп-балалар баҡсаһы, планлаштырылғанса, киләһе уҡыу йылына үҙ ишектәрен асасағына шик ҡалдырмай.