+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
12 Декабрь 2018, 17:54

Ысын хужаларса мөнәсәбәт булһын

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите» программаһы буйынса Асҡарҙың Таңатар урамында төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһен асыу тантанаһы уҙҙы.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите» программаһы буйынса Асҡарҙың Таңатар урамында төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәһен асыу тантанаһы уҙҙы.

Проектты башҡарыуға 2 миллион 701 мең һум аҡса бүленде. Подряд эштәрен үҙ өҫтөнә алған «Гринток» ЯСЙ-һы өс ятаҡ урынлашҡан ихата эсендәге юлдарҙы тигеҙләп асфальт түшәне, бордюрҙар һалды. Подъездар алдына икешәр эскәмйә һәм сүп-сар һауыттары ҡуйылды. Ихатаға 12 урам лампаһы урынлаштырылды, элекке ҡараңғы, шомло, тәрбиәһеҙ биләмәгә ысын мәғәнәһендә ҡот ҡунды.

Заманса яңыртылған биләмәне асыу тантанаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Р. М. Әғзәмова, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов, район хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе Р. З. Шаһыбалова, «Асҡар» МУП-ы директоры И. Ә. Баязитов, ауыл биләмәһе депутаты Т. М. Кирәев ҡатнашты. Сара тураһында ятаҡтарҙа йәшәүсе халыҡҡа алдан иҫкәртелһә лә, ошонда шәхси эшен ойошторған аяҡ кейемдәрен йүнәтеүсе Айҙар Фәтхуллиндан башҡа бүтәндәр саҡырыуға әһәмиәт бирмәне. Ихатаның байрамса биҙәлеүе, шарҙар, баннер эленеүе бала-сағаның ҡыҙыҡһыныуын ғына йәлеп итте. Күптәр өсөн ваҡытлыса торлаҡ ролен үтәгән ятаҡтарға мөнәсәбәт ошонда күренә лә инде. Ләкин программа буйынса булдырылған ҡаласа мөхиттең рәхәтен улар күрмәйме, соҡор-саҡырһыҙ юллы, яҡты ихатанан улар йөрөмәйме ни?!

Етәкселәр балалар менән әңгәмә ҡорҙо. Рәзинә Миҙхәт ҡыҙы бүләк иткән ракеткалар, туптар өсөн уларҙың ҡыуаныстары сикһеҙ ине. Дамир Иштимер улы иһә киләһе йыл ихатаны уйын майҙансығы менән йыһазландырырға вәғәҙә итте. «Ихатаны таҙа һәм тәртипле тотоғоҙ, йәшәгән ерегеҙҙең ысын хужалары булығыҙ!» — тигән теләк-наказ еткерелде йәш быуын вәкилдәренә.

Айҙар Фәтхуллин бындағы проблемалар тураһына әйтеп үтте, спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙе ауыҙлыҡламайынса, эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙән фәтүә юҡ тине ул. Ауыл биләмәһе башлығы мәсьәләләр менән хәбәрҙар булыуын әйтеп, ятаҡтарҙың үткенсе ихата ролен үтәүенә сик ҡуйыу зарурлығын билдәләне.

— 2019 йылда республикала күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплексы ремонтлау программаһы эшләй башлаһа, район үҙәгендә тәү сиратта ошо өс подъезды төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Программаға ярашлы бер подъезды ремонтлауға 150 мең һум аҡса бүленәсәк. Был саралар иҫәбенә йылылыҡ, электр системалары, ишек-тәҙрәләр яңыртыласаҡ. Подъезд эскеселәр, асарбаҡтар ояһы булмаһын өсөн электрон йоҙаҡлы ишектәр ҡуйыу Асҡарҙа ла өлгөрөп еткән мәсьәлә бөгөн, — тине Дамир Иштимер улы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: