Декабрь айында ауылда модулле ФАП-ты йыйыу эштәре башланды. Төҙөлөштө алып барған Рөстәм Имаев шәхси предприятиеһы эшсәндәре бөгөн медпункттың башын япҡан, эстән, тыштан бинаны көпләгән. Әле бинаны кабинеттарға бүлеү эштәре бара, йылылыҡ үткәрелә. Ошо көндәрҙә һыу үткәреләсәк, канализация эшләнәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, Тупаҡта ошо ай аҙағында бөтә уңайлыҡтар булдырылған ФАП үҙ ишектәрен асасаҡ.