-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Февраль 2019, 16:36

Буранғол мәсетенә яңы тәҙрәләр

Әүҙем ир-егетте ауылдаштары депутатлыҡҡа һайлап яңылышмаған, ул тыуған төйәгендә тормош сифатын яҡшыртыу өсөн эҙмә-эҙлекле эшләй.

Ауыл биләмәһе хакимиәтендә урындағы совет депутаттарының сессияһы бара ине, Илшат Хәлил улын да ошонда тап иттем. Әүҙем ир-егетте ауылдаштары депутатлыҡҡа һайлап яңылышмаған, ул тыуған төйәгендә тормош сифатын яҡшыртыу өсөн эҙмә-эҙлекле эшләй.

Тәүҙә оло йөрәкле эшҡыуар төҙөгән йорттоң ишеген шаҡыныҡ. Шығырлап торған ҡарағайҙан, бейек итеп күтәрелгән яҡты, иркен өйҙә Фаил Солтановтың ғаиләһе йәшәй. Ул, ҡатыны мәрхүм булғас, күмәк балаһы менән емерелеп барған торлаҡта тороп ҡала. Бәләкәстәрҙе тырым-тырағай ебәрмәһендәр, тыуған ауылында уҡыһындар тип И. Ғилманов уларға өй һалып бирергә ҡарар итә. Башта бер ниндәй документтары булмаған балаларҙың кәрәкле ҡағыҙҙары йыйыла, пособие, әсәйһеҙ ҡалған өсөн пенсия юллана. Ошо түләмдәргә ҡушып, үҙенән ағас материалдары, техника килтереп, бригадаһында эшләүсе Заһит Хам-матов, Илдар Йәнтүрин һәм башҡалар ярҙамында өс ай эсендә бынамын тигән торлаҡ ҡалҡып сыға. Асҡарҙағы ағас цехынан тәҙрә һатып алалар, өйҙөң эсен заманса материалдар менән бүләләр, Исхаҡ ауылы оҫтаһы Ишдәүләт Ғибәҙәтов ҡупшы мейес сығарып бирә (был биҫтәгә газ килеп етмәгән), Замир Килдейәров йылытыу торбалары һуҙа, өмә эштәрендә уларҙан тыш Айгиз Солтанов, Азамат Килдейәров ихлас ҡатнаша. «Әлегә электр уты ғына юҡ, кискеһен дәрес эшләһендәр, телевизор ҡараһындар тип, бензин генераторын биреп торҙом», — тип һөйләй Солтановтарға өҫтәл, карауат, диван кеүек йыһаздар ҙа һатып алып ултыртҡан эшҡыуар.

Ауыл Советы депутаты булараҡ, йыйындарҙа имам, оло инәйҙәр мәсеттең һыуыҡлығына, тәҙрәләрҙән ел өрөп тороуына зарланыуына эсе боша уның. Һәм быйыл ошо мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ иңенә алып, 50 мең һумға пластик тәҙрәләргә заказ бирә. Беҙ барғанда мәсеттә эш гөрләй, тәҙрә ҡуйыусы Руслан Байназаровҡа имам Хәлит Вәлиев менән Милләт Солтанов ярҙамлаша ине. «90-сы йылдар башында төҙөлгән бинаның ҡиәфәте бер аҙ таушалды шул, — ти Хәлит ағай. — Тәҙрәләрҙе һылап, ышыҡлап маташһаҡ та, ҡышҡыһын ел бигерәк үтә һуға». И. Ғилмановтың тырышлығы менән хәҙер иман йортонда яҡты һәм йылы буласаҡ. «Тәҙрә ҡуйыуҙы тамамлаһаҡ, иҙәндәрен дә ҡалынайтып көпләп, ДВП һалып, йылытып бирәсәкмен», — тип вәғәҙәләй әле ул.

Эшҡыуарлыҡ эшенә тотонғанына күп тә түгел Илшаттың — биш йыл. Ил алдындағы бурысын Чечен Республикаһында үтәп ҡайтҡан хәрби хәрәкәттәр ветераны тәүҙә ДРСУ-ла тракторсы була, һуңынан ғаилә ҡороп, балалары тыуғас (кәләше, Яңауыл ҡыҙы Тәнзилә менән өс бала үҫтерәләр), төрлө вахталарҙа эшләп, һынап ҡарай. Шулай ҙа ҡырҙа йөрөү ялҡыта һәм ул пилорама асып, ағас эшкәртеүгә тотона. Ауыл ситендәге майҙансыҡты кәртәләп алып, шунда гараж булдыра, таҡта ярыу ҡоролмаһы ултырта, яйлап, ағас сығарыу эшендә кәрәкле КамАЗ, МТЗ, ДТ тракторы һатып ала. Билдәле, урындағы пилорамала ауылдаш егеттәргә лә эш табыла, буранғолдарға таҡта алам тип алыҫҡа йөрөйһө түгел.

Быларҙан тыш «Ғилманов» шәхси предприятиеһы урындағы мәктәпте һәм балалар баҡсаһын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Изге маҡсаттар, шәп пландар менән янған уҙаман яҡын арала мәктәптең бер бүлмәһен тыуған яҡты өйрәнеү музейы итеп йыһазландырып бирергә ниәтләй.

Резеда ХӘСӘНОВА.
Читайте нас: