+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Март 2019, 17:33

Йорт төҙөүгә ҡулай программа

«Рәсәй граждандарына уңайлы торлаҡ» милли проекты йүнәлештәренең береһен бойомға ашырыла.

«Рәсәй граждандарына уңайлы торлаҡ» милли проекты йүнәлештәренең береһен бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан өй комплекттары әҙерләп биреү юлы менән шәхси йорт һалыуға займдар биреү рәүешендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә.

«Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы закон шәхси ихтыяж өсөн граждандарға, шул иҫәптән торлаҡ йорт һалыуға 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем ағас бүлеү тәртибен билдәләй.

Бында граждандарға диләнкә бүлмәйенсә, һатыу-һатып алыу килешеүе нигеҙендә ағас әҙерләнә. Ә йортто кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, үҙ көсө менән һалып инә.

«Өй комплекты» проектының маҡсаты — торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылған граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙән тыш, ауыл ерендә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, уларҙың йәшәү кимәлен күтәреү, яңы эш урындары булдырыу, демографияны яҡшыртыу, бүленгән ағасты һәм аҡсалата займдарҙы маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу, шулай уҡ өҫтәмә торлаҡ майҙандарын файҙаланыуға тапшырыу.

БР Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фондының коммерциялы булмаған ойошмаһы шулай уҡ йорт төҙөлөшө төрлө стадияла булғандарға ла займдар бирә. Тик йорт төҙөүгә займ алыусы граждандың ер участкаһы булыуы мотлаҡ.

Йәғни займды йорт һалыуға әҙерләнгәндә, башын ябыуға, тышҡы инженер селтәрҙәрен төҙөгәндә һәм эске биҙәү эштәренә, эске инженер ҡоролмаһына, стеналарҙы көпләүгә, төҙөкләндереүгә алырға мөмкин.

Был проект сиктәрендә займды 5 йылға 5 процент йыллыҡ ставка менән менән 300 мең һумға тиклем алырға була. 150 мең һумдан күберәк суммала займ алғанда юридик йәки физик шәхестәрҙең поручитель булыуы кәрәк.

Займ алыусыға кәмендә 21 йәш тулыуы мотлаҡ һәм уның даими эш урыны булырға тейеш.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: