+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Апрель 2019, 11:33

Майҙансыҡта эш ҡайнай

Башҡортостандың «100 йыллығына — 100 объект» акцияһы сиктәрендә Тупаҡ ауылында балалар баҡсаһы менән мәктәпте берләштәргән бина төҙөлә.

Башҡортостандың «100 йыллығына — 100 объект» акцияһы сиктәрендә Тупаҡ ауылында балалар баҡсаһы менән мәктәпте берләштәргән бина төҙөлөүе хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар. Билдәле булыуынса, төҙөлөштө «Прогресс» кампаниялар төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Был мөһим юбилей объектында төҙөлөш эштәре барышы менән район халҡын таныштырыу маҡсатында тағы ла Тупаҡҡа килдек.

Ғинуар айында булғаныбыҙҙа бинаның балалар баҡсаһы урынлашасаҡ өлөшөнөң башы ябылғайны, мәктәптең икенсе ҡатының стенаһын күтәрә башлағайнылар.

Ике ай эсендә бина тотошлай ҡалҡып сыҡҡан. Шулай булмай һуң! Төҙөлөш майҙансығында эш ҡайнап тора: берәүҙәр бинаның фасадына йылытыу панелдәрен ҡуя, икенселәр уны штукатуркалай.

Мәктәптең ҡыйығын эшләп бөтөп баралар, бөгөн-иртән башы профнастил менән тулыһынса көпләнәсәк.

Бинаның эсендә лә штукатуркалаусылар бригадаһы ихлас эшләй. Шул уҡ ваҡытта электр үткәреү эштәре лә алып барыла. Икенсе ҡатҡа күтәрелеү баҫҡыстары нығытыла. Иҙәндәрҙе йылытырға, ишектәрҙе ҡуйырға ҡала. Бында елләтеү системаһы менән йыһазландырыу тамамланған. Газ килгән, уны тоташтырырға ғына ҡалған. Спорт залының стенаһы күтәрелеп бөтөү өҫтөндә. Һыу скважинаһы мәктәптең үҙенеке буласаҡ, ул әҙер, бинаға һыу индерелгән дә инде.

Төҙөлөштә бөгөн 80 кеше эшләй. Белгестәр Стәрлетамаҡтан, Өфөнән һәм башҡа ҡалаларҙан килһә лә, иретеп йәбештереүселәр, төрлө эштә йөрөүселәр урындағы халыҡ.

— Беҙҙә эшләгән Тупаҡ егеттәре үҙҙәрен тырыш, тәртипле, яуаплы итеп күрһәтте. Мәҫәлән, Нурийән Асмановтың бригадаһы һәр йөкләмәне еренә еткереп башҡарыуы менән айырылып тора. Иретеп йәбештереүсе Фәнгиз Ғиләжевтың хеҙмәтенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Асҡарҙан килгән электриктар бригадаһында ла уңған белгестәр тупланған, — тип Әбйәлил егеттәрен маҡтап бөтә алмай төҙөлөштөң прорабы А. Р. Исламов.

Азамат Рәшит улы әйтеүенсә, дөйөм алғанда төҙөлөштөң 80 проценты тамамланған. Нигеҙҙә биҙәү эштәре ҡалған. Артабан биләмәне төҙөкләндереү талап ителә.

— Өҫтәмә рәүештә алтмышлаған эшсене йәлеп итеп, төҙөлөштө тағы ла тиҙләтергә мөмкинлек бар, тик торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тора, — тип борсола объектты ваҡытында тапшырыу ниәте менән янған Азамат Рәшит улы.

Әйтеүҙәренсә, ауыл кешеләре ваҡытлыса торлаҡ өсөн ҡаласа хаҡ һорай икән. Ауыл халҡы мәнфәғәтендә башҡарыла түгелме һуң был төҙөлөш? Ошо хаҡта онотмаҫҡа һәм төҙөүселәргә мөмкин тиклем ярҙам итергә кәрәк ине һеҙгә, тупаҡтар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: