+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
26 Апрель 2019, 12:01

Хәмиттәр айыҡлыҡ яҡлы

Ауылдың ир-егеттәре берҙәмләшеп, кәңәшләшеп эшләгәс, һөҙөмтә лә бар.

Спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡарата көрәш иғлан ителгәс, районда иң тәүгеләрҙән булып хәмиттәр был эшкә дәррәү тотондо. Ауылдың ир-егеттәре берҙәмләшеп, кәңәшләшеп эшләгәс, һөҙөмтә лә бар: урам араһында иҫереп йөрөгәндәр ҙә кәмегән, спиртлы эсемлектәр һатыусылар ҙа анһат кәсептәренән тыйылған.

Ауылдың айыҡ ҡарашлы, булдыҡлы ир-егеттәрен туплаған «Хәмит» ойошмаһының эшмәкәрлеге хаҡында урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фирүзә Ғәҙелшина ла, районда эскелеккә ҡаршы киң көрәш йәйелдергән «Бөркөт» ойошмаһы етәксеһе Морат Йәнбирҙин да ыңғай, яҡшы фекерҙәр әйтте. Улар эскелеккә ҡаршы көрәшә, ауыл тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй. Ойошма етәксеһе Фәрхәт Ғәбитов ихлас эшләй, егеттәрҙең төп ниәте — ауылдаштарына бар хәлсә ярҙам итеү, айыҡ, сәләмәт тормошҡа саҡырыу.

— Беҙ электән берҙәм булдыҡ. Шуға алкоголь һатыусыларға ҡәтғи сара күрелә башлағас, иң тәүҙә шул кәсепселәргә күмәкләшеп барып, уларға ҡара эш менән булыуҙарын аңлаттыҡ. Ысынлап та, шул эске арҡаһында күпме йәштәрҙең ғүмере өҙөлдө, сәләмәтлектәре ҡаҡшаны, ғаиләләр тарҡалды, балалар етем ҡалды. Иң тәүҙә, яҙыҡ юлға баҫҡандарҙы һүҙ көсө менән еңергә тырыштыҡ. Аңлағандар тыйылды, ғәйептәрен таныусылар ҙа булды. Штраф һалып, ҡурҡытыуға ҡарағанда һөйләшеү нығыраҡ тәьҫир иткәндер тип уйлайым. Һатҡан кеше булмаһа, эске бермә-бер кәмейәсәк. Шөкөр, ауылдағы дүрт магазиндың береһендә лә спиртлы эсемлектәр, һыра һатылмай, — тине Фәрхәт Сибәғәт улы. — Йәшерен-батырын түгел, үҙем дә «йәшел йылан» менән дуҫ инем. Хәҙер бына аҡылыма килдем, айыҡ юлға баҫтым һәм башҡаларҙы ла шуға өндәйем.

«Хәмит» ойошмаһында бөтәһе ҡырҡлаған ир-егет. Уларҙың күптәре дин юлында, мәсеткә йөрөй, кистәрен мәктәптең спорт залында шөғөлләнә. Иң әүҙемдәр — Ғәлим Абдуллин, Зимфир, Заһит, Илдус, Фәнүр Яныбаевтар, Венер, Рөстәм, Рәсих Мөхәмәҙиевтар, Ришат Шаһыбалов, Рифат Буранбаев, Мораҙым Мостафин, Илшат Солтанов, Кәбир Фәритов, Әхмәр менән Динир Баһауетдинов. Кәңәшле эш — тарҡалмаҫ тигәндәй, улар нимәгә тотонһа ла иң тәүҙә кәңәшләшеп ала. Шул рәүешле, элекке ауыл өмәләрен дә тергеҙгәндәр.

— Беҙҙең атай-олатайҙар күмәк көс талап ителгән бөтә эштәрҙе өмә ярҙамында башҡарған бит. Хәҙер бигерәк бөтә нәмә аҡсаға ғына ҡоролоп китте. Хатта туғандарға ярҙамға барыу ҙа онотолдо. Шуға, уйланыҡ та, ауылдаштарға ярҙам йөҙөнән шундай өмәләр ойошторорға булдыҡ. Йорт һалған бер ғаиләгә өй эсен сутлап бирҙек, бура күтәрҙек, ололарға утын ярҙыҡ, — ти Ф. Ғәбитов. — Көндәр йылыныу менән йәш егеттәргә өй өсөн бура күтәрә башланыҡ. Бер ауылда йәшәгәс, кемдең ниндәй ярҙамға мохтаж икәнен беләбеҙ, барып ҡулдан килгәнсе тырышасаҡбыҙ. Шөкөр, беҙ барыбыҙ ҙа эш рәтен беләбеҙ, арабыҙҙа алтын ҡуллы оҫталар ҙа етерлек.

Ауылда оло көс булып торған был ихлас ир-егеттәр биләмә етәкселегенең төп таянысы. Төҙөкләндереү өмәләре, башҡа эштәрҙән ситтә ҡалмайҙар.

— Нимәгә тотонһалар ҙа, иң тәүҙә беҙгә килеп кәңәшләшәләр. Бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмайҙар. Эскән кешеләрҙе айыҡтырыу, алкоголь эсемлектәр һатыусыларҙы тыйыу йәһәтенән ҙур эш башҡарҙылар. Ауылға ҡот өҫтәп, өмә яһауҙы тергеҙҙеләр, — тине Хәмит биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина. — Ирекле халыҡ дружинаһында ла йөрөйҙәр. Ир һүҙе бер була, башлаған эштәрен ярты юлда ташламай, ахырына еткерерҙәр тип уйлайым. Гел шулай дәррәү, берҙәм булһындар.

Ысынлап та, хәмиттәргә был яҡтан көнләшерлек. Күп ауылдарҙа бөтә проблемалар нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар иңендә булһа, Хәмиттә ир-егеттәр ауыл киләсәге өсөн янып йәшәй. Башҡалар ҙа уларҙан үрнәк алһын, яҡшы өлгөләренә эйәрһен ине.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: