Район үҙәгендә йәшелләндереү акциялары дауам итә. Ошо көндәрҙә 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусылары изге эш башҡарҙы. Бөйөк Ватан һуғышы еңеүселәрен данлауға арналған “Мөхәббәт, мәңгелек һәм тормош” бөтә халыҡ акцияһы сиктәрендә мәҙәниәт һарайы янындағы ҙур баҡсала ағас ултыртты. Мәктәп урмансылығы ағзалары һәм йәш армеецтар бөтәһе 250 төп алмағас, имән, кедр, пихта үҫентеләрен сәсте.
— Илебеҙгә тыныслыҡ яулаусы, беҙгә бәхетле тормош бүләк итеүсе ҡаһармандар онотолорға тейеш түгел. Бөгөн беҙ ултыртҡан ағастар киләсәктә район үҙәгенең төп майҙанын биҙәйәсәк. Яҙҙар килгән һайын алмағастар шаулап сәскә атасаҡ, — тине мәктәптең психологы Мәүлиҙә Махийәнова.
— Үҫентеләр ерегеп, үҫеп китһен өсөн беҙҙең уҡыусылар уларҙы артабан да тәрбиәләп, һыу ҡойоп торасаҡ, — тип өҫтәне директор урынбаҫары Ләлә Шәрәфетдинова.
Асҡарҙың төп майҙанын матурайтыуға үҙ өлөштәрен индергән егет һәм ҡыҙҙарға хакимиәт исеменән эштәр менән идарасы Дилә Нурлығаянова рәхмәт белдерҙе.