Районда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса төҙөлөш эштәре башланды. Эштең сифатын, үтәлеш ваҡытын район Советы депутаттары — «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе ағзалары контролдә тота. Район Советы рәйесе урынбаҫары Ҡ. М. Ғәзизов менән Ишҡол, Хәлил ауылдарында төҙөкләндерелеүсе йәмәғәт урындарында булдыҡ.
Ишҡолда элекке колхоз кәнсәһе алдында сквер төҙөлә. Был урын әүәл үк Калинин исемендәге сквер булдырыу ниәте менән ҡалдырылған, тирәктәр ултыртылған. Подрядсы ойошма — «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы (А. Ә. Тутаев) эште ҡарт ағастарҙы ҡырҡыуҙан башлаған. Төҙөлөштө тамамлағас, бында йәш үҫентеләр, сәскәләр ултыртыласаҡ. Яңы объектҡа 1 миллион 857 мең һум аҡса бүленгән. Сквер 1561,5 квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Ул 3D сетка менән кәртәләп алынасаҡ. Иң түрҙә сәхнә ҡороласаҡ, уның алдында тамашасылар өсөн эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, тротуар плитәһе түшәләсәк. Балалар өсөн уйын майҙансығына ҙур ғына урын бүленәсәк, уйнаған саҡта кескәйҙәр ҡолап китеп йәрәхәтләнмәһен өсөн асфальт урынына резина япма һалынасаҡ. Спорт менән мауығыусылар өсөн турниктар комплексы урынлаштырыласаҡ. Эргәлә генә мәктәп булыуы уҡыусыларҙың скверҙа физкультура дәрестәрен үткәрәсәктәренә ышандыра. Әлбиттә, эскәмйәләр, беседка, сүп-сар һауыттары ла ҡуйыласаҡ, бөтә майҙанды ҡараңғы ваҡытта фонарҙәр яҡтыртасаҡ. Һәм былар хыял түгел, ә тормошҡа ашырыла башланған ысынбарлыҡ. Подрядсылар объектты 15 июнгә файҙаланыуға тапшырырға иҫәпләй.
Хәлилдә һуңғы йылдарҙа баҙар көнүҙәклеген юғалтты. Буш торған сауҙа майҙанын былтыр урындағы ауыл биләмәһе көсө менән балалар өсөн уйын майҙансығы итеп йүнәткәндәр. «Берҙәм Рәсәй»ҙең әлеге программаһына эләгеү уны заман талаптарына тап килтерерлек итеп төҙөкләндереүгә уңай булған.
«Анир» ЯСЙ-һы (Ю. М. Таһиров) 30 апрелдә эшкә тотонған. Бындағы ял паркы спорт һәм уйын комплексынан торасаҡ. Объекттың хаҡы 1 миллион 583 мең һумға төшәсәк.
Төҙөүселәр майҙандың кәртәһен яңыртҡан, биләмәне дүрт айырым өлөшкә бүлеп, тротуар плитәһенән һуҡмаҡ һалған. Дүрт майҙансыҡтың берәүһе кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнәсәк. Бында ла йомшаҡ резина япма түшәләсәк. Һары ваҡ төҙөлөш ҡомо менән тигеҙләтелгән ҡалған өс өлөштә төрлө спорт ҡора-малдары менән йыһазландырыласаҡ. Бигерәк тә йәштәр һәм үҫмерҙәргә көс туплау күнекмәләре яһау өсөн ҡулай булмаҡсы.
— 10 эскәмйә һәм шул сама сүп-сар һауыты, 8 лампа ҡуясаҡбыҙ, Май аҙағына майҙансыҡ әҙер буласаҡ, — тип ышандырҙы бригада мастеры Радмир Ялалов.
Биләмә йәшелләндереләсәк тә. Ауыл биләмәһе башлығы А. Б. Хәйбуллин әйтеүенсә, 60-65 төп миләш ағастары ултыртыу күҙаллана.