+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
28 Май 2019, 12:10

Юлдар тигеҙ булһын өсөн

Район юлсылары иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем юлдарҙы ремонтлау, асфальт һалыу менән мәшғүл.

Район юлсылары иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем юлдарҙы ремонтлау, асфальт һалыу менән мәшғүл. ДРСУ мастеры Салауат Хәлитов, бригадир Вадим Лобанов етәкселегендәге төркөм Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлында йөрөй. Юлсылар бында асфальт яңырта. Бөтәһе өс каток эшләй, машинистар Ринал Дәүләтбирҙин, Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Ирәмән Хәмзин, Айбулат Сәйетғәлин юлды тигеҙләй. Асфальт ташыуға ете берәмек техника йәлеп ителгән, «КамАЗ» водителдәре Илшат Ғүмәров, Вадим Ғиниәтов, Язар Суфиянов, Йәғәфәр Ғәлин, Илфат Ғибәҙәтов, Линар Ҡужин, Радик Бараков, Рәфҡәт Хәкимов сеймал менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Эшселәр Рәмил Ҡаҙаҡбаев, Артур Лобанов та тырыша. Бригаданы көн дә иртән Асҡарҙан Риф Суфиянов «Газель» менән ташый.

— Егеттәр тырышып эшләй, билдәләнгән ваҡытҡа ремонтты тамамлап өлгөрөрбөҙ тип уйлайым, — тине бригадир Вадим Лобанов. — Унан артабанғы юл участкаһына күсәсәкбеҙ.

Һыуыҡҡа, эҫегә ҡарамай, көндө-төнгә ялғап эшләгән, район юлдары тигеҙ булһын өсөн тырышҡан юл ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәренә юлаусыларҙың рәхмәттәре генә яуһын.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: