Юбилей объекты булған Тупаҡ ауылындағы мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән бина ҡалҡып сыҡты, хәҙер нигеҙҙә эске биҙәлеш эштәре ҡалып килә.
Бөгөн бина тыштан әҙер тиерлек, ул йылытыу панелдәре менән көпләнеп бөткән, уны буярға ҡалған. 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ өлөшө стеналары штукатуркаланып тигеҙ итеп һыланып, буяу эштәре өсөн тулыһынса әҙерләнгән, санитар-норма талаптары буйынса талап ителгән урындарға кафель плиткалары йәбештереү тамамлана.
Төҙөүселәр буласаҡ мәктәп өлөшөндә эш алып бара. Штукатуркалаусылар бригадаһы беренсе ҡатты тамамлап, әле икенсе ҡаттың коридорының стеналарын штукатуркалау менән мәшғүл. Улар артынса ошо арала эшкә тотонған биҙәүселәр бригадаһы ҡыҙҙары стеналарҙы тигеҙләп килә.
— Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан, Бөрйән районынан килгән биҙәүселәр Гөлнара Яруллина, Дания Мәхмүтова, Миләүшә Хәлилова, Роза Ғәлимйәнова, Сания Шәйхетдинова, Нәсиха Миңлеханова, Зоя Ишкинина барыһы ла үҙ эшенең оҫталары. Эшләгәндә уларҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй, башҡарған эштәренең сифатына ла һүҙ тейҙерерлек түгел. Үзбәкстандан булған штукатуркалаусылар ҙа һынатмай, эште намыҫлы, тиҙ башҡарыуҙары менән алдыра. Беҙгә төҙөлөшкә тағы ла штукатур-буяусылар, плита йәбештереүселәр, иретеп-йәбештереүселәр, биҙәүселәр, ябай эшселәр кәрәк. Бындай һөнәр эйәләре күберәк булған һайын бинаны сафҡа индереү ваҡыты ла ҡыҫҡарыр ине, — ти төҙөлөштөң прорабы Азамат Рәшит улы Исламов.
Спорт залының стеналары күтәрелеп, башын яба башлағандар. Уның тәҙрәләре ҡуйылған, бында ла әллә ни ҙур эш күләме ҡалмай.
— Тотош алғанда электр бинаға үтте, һыу, газ килде, төҙөлөш тамамланыу менән уларҙы тоташтырырға мөмкин. Елләтеү системаһы ҡуйылды. Һыу скважинаһы мәктәптең үҙенеке. Блоклы газ ҡаҙанлығы ла эшкә әҙер. Стеналар тигеҙләп һыланып бөтһә, йылытыу радиаторҙарын йыйып, ҡуясаҡбыҙ. Иҙәндәргә бетон иҙмәһе түшәү өсөн махсус ҡоролма килтерелде, был да эште тиҙләтергә булышлыҡ итә, — ти Азамат Рәшит улы. Ғөмүмән, төҙөлөш әүҙем бара, бында эште алып барған «Прогресс» компаниялар төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең участка етәксеһе Р. А. Исламовтың ярҙамы ҙур. Һәр мәсьәләне күҙ уңында тотоп, кәрәкле материалдар менән ваҡытында тәьмин итә.
Буласаҡ белем биреү усағының биләмәһен төҙөкләндереү эше лә күҙ уңынан ысҡындырылмай, унда бөгөн ҡом-таш килтерелә, төҙөлөш сүп-сары әкренләп сығарыла.
Әйткәндәй, ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт бина янында шлакоблоктан булған элекке мәктәп, уның янындағы оҫтахана булып хеҙмәт иткән ағас бина һүтеп алынған, әле урыны таҙартыла.