+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Июнь 2019, 12:42

Ун подъезд ремонтланасаҡ

Башҡортостанда быйыл бөтәһе 4 меңдән ашыу подъезд ремонтланасаҡ һәм 487 ихата төҙөкләндереләсәк.

Башҡортостанда быйыл бөтәһе 4 меңдән ашыу подъезд ремонтланасаҡ һәм 487 ихата төҙөкләндереләсәк. Был программа алты йылға иҫәпләнгән, уны тормошҡа ашырыуға 7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Программаны Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың инициативаһы буйынса әҙерләнеләр.

Күп ҡатлы йорттарҙың подъездары республиканың бөтә ҡала һәм райондарында тәртипкә килтереләсәк. Иң тәү сиратта ныҡ иҫке, насар тороштағылар яңыртыласаҡ.

Беҙҙең районда 87 күп фатирлы йортта 174 подъезд иҫәпләнә. Ҡайһы йорттарҙа ниндәй подъездар ремонтланасағын шунда йәшәүселәр йыйылыштарҙа үҙҙәре хәл итте, эш күләмен билдәләне һәм ремонтты ҡабул итеп аласаҡ, эш барышын контролдә тотасаҡ уполномоченныйҙар һайланы. Асҡарҙа — 5, Красная Башкирияла — 3 һәм Йәнгел, Ташбулатта берешәр подъезд төҙөкләндереләсәк. Яңыртыласаҡ подъездар бөтәһе ун.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов әйтеүенсә, 2019 йылда «Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау» программаһы буйынса муниципаль райондағы эштәрҙе финанслауға республика бюджетынан 1165410 һумлыҡ субсидия бүленәсәк. Шулай уҡ, подъездар ремонтлауға район ҡаҙнаһы ла аҡса бирәсәк. Бер подъезды йүнәтеү 129500 һум булһа, шуның 10 процентын район күтәрәсәк. Дөйөм алғанда, урындағы бюджеттан ремонтҡа 1294900 һум аҡса һалынасаҡ.

Ауыл биләмәләре һәм капиталь ремонт эштәрен башҡарасаҡ төбәк операторҙары араһында килешеүҙәр төҙөлгән. Эштәр бөтә урындарҙа ла 1 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: