+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
7 Июнь 2019, 11:57

Йәнгелдә юл яңыртылды

Йәнгелдә Мәктәп урамына өр-яңы асфальт һалынды.

Йәнгелдә Мәктәп урамына өр-яңы асфальт һалынды. Ауылдың үҙәк өлөшө, бөтә социаль-мәҙәни объекттары — мәктәп, балалар баҡсаһы, сәнғәт мәктәбе, клуб, дауахана, магазиндар урынлашҡан урамдың ҡасандыр асфальтлы булған юлы ныҡ туҙғайны. Йәнгел халҡын һөйөндөрөп, ДРСУ эшселәре май аҙағында эшкә тотондо.

Бригадир Вадим Лобанов әйтеүенсә, бында 650 метр оҙонлоғондағы юл төҙөкләндерелгән. Райондың юл төҙөлөш-ремонт идаралығы эште бик ҡыҫҡа ваҡытта башҡарған. Иң тәүҙә ҡырсынташ түшәлгән, шунан битум массаһы һалынған һәм ике ҡатлы асфальт йәйелгән. Ике катокта машинистар Ғаяз Шаһимәрҙәнов менән Айбулат Сәйетғәлин, асфальт түшәгестә Ринал Дәүләтбирҙин эшләгән. Уларға юл эшселәре Артур Лобанов, Рәмил Ҡаҙаҡбаев менән Азамат Яхин ярҙам иткән. Асфальтты Асҡар АБЗ-һынан водителдәр Вадим Ғиниәтов, Риф Суфиянов, Кәбир Баймөхәмәтов, Илфат Ғибәҙәтов, Рәфҡәт Хәкимов һ. б. өҙлөкһөҙ ташыған.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: