Берҙәмлеге, дөргөнлөгө менән өлгө булып торған локаль бәрелештәр ветерандары Чечен Республикаһындағы, Абхазиялағы, Төньяҡ Осетиялағы һәм башҡа «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәләк булған яуҙаштары иҫтәлегенә һәйкәл асырға ниәтләнеүе тураһында яҙып үткәйнем инде. Улар Таштуй ауылында уҙған йыйында дөйөм ҡарарға килеп, һәр береһе 1500 һумдан аҡса йыйҙы һәм ошо көндәрҙә изге эште башлап та ебәрҙе.
— Һәйкәл өсөн урын ДОСААФ биләмәһенән бүленде, — тип һөйләй ойошма етәкселәренең береһе Рузил Низаметдинов. — Егеттәр эштән бушаған арала алмашлап көн һайын килеп, постамент күтәреү, уға тиклем декоратив таштан юл һалыу, бордюрҙар ҡуйыу кеүек эштәр менән шөғөлләнә. Төҙөлөш материалдарын, һәйкәлде үҙебеҙ йыйған аҡсаға алһаҡ, таш менән район Советы депутаты Юнир Таһиров һәм уның ағаһы Фәнис ярҙам итте.
Уҙған йомала башланған эш ҡыҙыу дауам итә. Әле майҙансыҡты төҙөкләндереү менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары Венер Абдуллин, Илгиз Ялмырҙин, Радмир Ғиләжев, Айҙар Мәғәфүров, Батыр Батыршин, Илшат Һибәтуллин мәшғүл ине. Уларға ярҙамға ташсы Наил ағай Әхмәтов ҡушылған. «Бөтәбеҙ ҙә өй һалған, төҙөлөш менән булышҡан кешеләр, егеттәрҙең ҡулы алтын. Беребеҙ белмәгәнде икенсебеҙ өйрәтеп, һәйкәлгә нигеҙ һалыуҙы тамамлап та барабыҙ», — ти И. Ялмырҙин.
— Буласаҡ һәйкәлдең эскизын күмәкләп тоҫмаллап һыҙғайныҡ, Белорет ҡалаһының «Святогор» ЯСЙ-һы оҫталарына заказ биреп эшләттек, — ти ойошма башланғысында торған ветеран Салауат Хөснийәров. — 160х90 см ҙурлыҡтағы ҡара мәрмәр ташта тау араһында автомат тотоп заданиеға юлланған һалдат, осоп барған вертолеттар һынландырыла. Уның эргәһендәге бәләкәйерәк таҡтаташта «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һүрәте янында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яуҙаштарыбыҙҙың исемдәре яҙыла. Һәйкәлде 1 июлдә — Хәрби хәрәкәттәр ветераны көнөндә асырға планлаштырабыҙ.