+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Июнь 2019, 13:12

Һабантуйға етди әҙерлек бара

Айғырбатҡан утары янындағы һабантуй майҙаны бөгөн ҙур төҙөлөштәре менән шау-гөр килеп тора.

Айғырбатҡан утары янындағы һабантуй майҙаны бөгөн ҙур төҙөлөштәре менән шау-гөр килеп тора. «Урал аръяғы – 2019» Бөтә Рәсәй инвестфорумы сиктәрендә 23 июндә уҙасаҡ һабантуйға ентекле әҙерлек эштәре бара.

Сит илдәрҙән, Рәсәй төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар киләсәк сараға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ләкин оҫта, егәрле һәм һыр бирмәҫ әбйәлилдәрҙең халыҡ байрамын йылдағыса юғары кимәлдә үткәрәсәгенә һис шик юҡ.

Былтыр ғына яңы майҙан туйлаған һабантуй биләмәһен камиллаштырыу, уны ҡунаҡтар ҡаршылауға һәм халыҡ өсөн уңайлы итеп ҡулайлаштырыу буйынса ҙур төҙөкләндереү эштәре бара әле бында. Тендерҙа еңеп, районда әле был, әле теге объектты төҙөүҙе үҙ ҡулдарына алған, намыҫлы һәм ваҡытында башҡарылған эштәре өсөн ышаныс яулаған төҙөлөш ойошмаларының бер майҙанда дөйөм эшкә тотоноуҙарын ҡарап тороуы үҙе һоҡланғыс тамаша. Һәр береһе эш менән мәшғүл оҫталарҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй, күмәк хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә ырамлы.

Һүҙҙе һабантуйға илткән юлдарҙан башлайыҡ. Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығы байрам майҙанына оло юлдан төшөү урындарын күбәйткән. Машиналар парковкаға ингәндә һәм сыҡҡанда тығындар булмаясаҡ, тимәк. Хәлил йүнәлешендәге юлдан өҫтәмә рәүештә ике боролош эшләнгән һәм быларҙың барыһы ла асфальтлана. Һабантуйҙың төп ҡапҡаһы аша майҙанға ингән юлда 600 метр арауыҡ асфальт түшәүгә әҙерләнә, VIP-ҡунаҡтар туҡталасаҡ майҙансыҡ эшләнә. Юл төҙөү эштәренә бригадирҙар Нуриман Ихсанов һәм Марат Фәттәхов етәкселегендә «Хитачи» экскаваторында Руслан Йыһаншин, «КамАЗ»дарҙа Линар Ҡужин, Азамат Яҡупов, Язар Суфиянов, автогрейдерҙа Фазыл Мостафин, катокта Таңатар Зарипов йәлеп ителгән.

Ҡапҡа тигәндәй, һабантуй ҡапҡалары икәү буласаҡ. Асфальт юл үтәсәк яңы ҡапҡаның металл конструкцияһын «Анир» ЯСЙ-һы (Ю. М. Таһиров) төҙөүселәре эшләп бөткән дә инде. Әйткәндәй, был подрядсы ойошма үҙ иңенә һабантуй майҙанындағы эштәрҙең ғәйәт ҙур күләмен алған. 35 метр тәрәнлектә скважина ҡаҙып (һыу тикшертеү өсөн экспертизаға ебәрелгән), 300 метрға һыу һуҙыу менән мәшғүлдәр. Байрамға килеүсе халыҡты таҙа эсәр һыу алыу мәсьәләһе борсомаясаҡ. Майҙанда 4 һыу колонкаһы урынлаштырыласаҡ. Сәхнә ҡаршыһындағы ҡунаҡтар трибунаһы артына төкөтмә төҙөлөп, унда һыу үткәреләсәк, канализация системаһы эшләнәсәк. Юнир Марсель улының төҙөүселәр бригадаһы шулай уҡ ат сабышы майҙанын профилле торбалар менән кәртәләүҙе лә башҡара. Бәйге түңәрәге былтыр өлөшләтә кәртәләп алынғайны. Быйыл уның траекторияһы бер ни тиклем үҙгәртелгән, шуға күрә яңыртып һәм тулыһынса кәртәләйҙәр. Эш күләме 1,6 саҡрым, аттарҙы индереү өсөн 25 метрлыҡ ҡапҡа ҡалдырыласаҡ.

Сәхнәлә барған тамашаны, парадты ҡарау өсөн былтыр 300 урынға иҫәпләнгән көплө тамаша рәттәре булдырылғайны. Әле тамашасылар өсөн өҫтәмә трибуналар эшләнә. Был эшкә «Әбдрәхимов Н. М.» ШП-һы һәм «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы (А. Ә. Тутаев) төҙөүселәре тотонған. Ултырыу рәттәре бөтәһе мең тамашасыны һыйҙырасаҡ. Әйтергә кәрәк, поликарбонат япмалар ныҡ булмауы менән үҙен аҡламаған. Шуға күрә трибуналарҙың башын тулыһынса профнастил менән ябасаҡтар.

«Баймырҙин Й. Р.» КФХ-һы ла күмәк эшкә үҙ өлөшөн индерә. Подрядсылар көрәш майҙаны платформаһын киңәйткән. Былтыр ринг 10х10 метр ҙурлыҡта булһа, хәҙер 12х25 метр тәшкил итә. Шулай уҡ бригада «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ултыртылған аллеяны кәртәләп сыҡҡан.

Райондың торлаҡ идаралыҡтарында оҫта иретеп-йәбештереүселәр эшләй. «Асҡар», «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-тары, «Урал», «Источник» торлаҡ идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре тимерҙән 100 урынға ат сабышын өҫтән ҡарау майҙансығы ҡороу менән мәшғүл.

— Ғөмүмән, һабантуй майҙаны ағымдағы йылғы байрамды ҙур үҙгәрештәр менән ҡаршылаясаҡ, — тине әле барған төҙөлөш һәм байрамға әҙерлек эштәре менән таныштырыусы район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы А. Р. Фәттәхов. Һәм былар менән генә эш бөтмәй әле. Һабантуй сиктәрендә уҙасаҡ балалар һабантуйы өсөн айырым сәхнә эшләнәсәк. Машиналар өсөн өҫтәмә парковка урындары булдырыласаҡ. Майҙанда биобәҙрәфтәр ҡуйыласаҡ. Байрам уҙасаҡ урын талпандарға, башҡа зарарлы бөжәктәргә ҡаршы эшкәртелгән, район электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре линияларҙың төҙөклөгөн тикшереп ҡарап сыҡҡан.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: