+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Июнь 2019, 11:57

Ихаталар тәртипкә килтереләсәк

Республикала «Башҡортостан ихаталары» программаһы тормошҡа ашырыла башланы.

был проект 2024 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Уны бойомға ашырыуҙа муниципалитеттар яуаплы. Был программала күп фатирлы ҡатлы йорттары булған һәр ауыл ҡатнаша ала. Финанслау: республика бюджетынан 94 процент, 5 процент муниципалитет ҡаҙнаһынан һәм 1 процент ҡатлы йорт хужалары иҫәбенән. Программала ҡатнашыу тәҡдиме менән шунда йәшәүселәр, идарасы компания йәки урындағы хакимиәт сыға ала. Бының өсөн иң тәүҙә ҡатлы йортта йәшәүселәр йыйылыш үткәрергә һәм дөйөм фекер менән программала ҡатнашыу хаҡында коллектив ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Артабан муниципалитетҡа заявка ебәрелә, быны 1 сентябргә тиклем эшләргә кәрәк. Махсус комиссия объекттың төҙөкләндереүгә мохтажлығын тикшерә. Ҡарарҙы хакимиәт, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән комиссия ҡабул итә. Йыйылышта йортта йәшәүселәр буласаҡ ихатаның проект-дизайнын үҙҙәре һайлай. Сметаны ыңғай хәл иткәндән һуң теләк буйынса ниндәйҙер өҫтәмә пункттар индерергә мөмкин.
Быйыл республика буйынса бөтәһе 480 ихата төҙөкләндереләсәк. 2024 йылға тиклем 3000 биләмә тәртипкә килтереләсәк.

Д. САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: