+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
2 Июль 2019, 11:43

Ауыл ҡаланан кәм булмаясаҡ

Красная Башкирияла ағымдағы йәйҙә төҙөкләндереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыласаҡ.

Красная Башкирияла ағымдағы йәйҙә төҙөкләндереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыласаҡ. Был юҡҡа түгел. Ауыл төрлө программаларҙа ҡатнашып, урындағы халыҡты борсоған бер нисә мәсьәләне хәл итеүгә өлгәшәсәк.

Эштең иң ҙуры — «Уңайлы ҡала мөхите» буйынса парк төҙөү. Ауылдың уртаһында, бөтә социаль объекттар — мәктәптәр, мәҙәниәт йорто, биләмә хакимиәте, дауахана янында урынлашасаҡ парк балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы буласаҡ. Әлегә районда иң ҙурҙан һаналған «Йәйғор» мәҙәни һәм ял паркы бер гектар майҙан биләйәсәк. Проект буйынса бында ҙур ябыҡ сәхнә, уйын майҙансығы эшләнәсәк. Тирә-яғы кәртәләнеп алынасаҡ, электр бағаналары ҡуйыласаҡ. Эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары буласаҡ.

Паркты эшҡыуар Юнир Таһиров бригадаһы төҙөй. Әлеге ваҡытта эшселәр плитә түшәү өсөн әҙерлек эштәре алып бара, бордюрҙар ҡуя. Объектты тапшырыу ваҡыты сентябрь тип билдәләнһә лә, август айына эштәр тамамланыр тип планлаштырыла.

— Был паркта беҙ төрлө мәҙәни, спорт саралары, байрамдар уҙғара аласаҡбыҙ. Быйыл «Красная Башкирия» совхозы ойошторолоуға 90 йыл тула, юбилейҙы ошонда үткәрербеҙ тип ниәтләйбеҙ. Киләсәктә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуы ла паркта үтәсәк, — тине Красная Башкирия биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Айгөл Мангушева. — Ниһайәт, ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итер, күңел асыр өсөн уңайлы, күркәм урын буласаҡ.

Паркты йәшелләндереү йәһәтенән дә пландары менән уртаҡлашты ул. Ҡойма тирәләп ылыҫлы ағастар, ә һуҡмаҡтар буйлап, миләш, ҡайын ултыртыласаҡ, сәскәләр ҙә күп буласаҡ, ти Айгөл Әхмәҙулла ҡыҙы. Дан аллеяһында урындағы хужалыҡтың алдынғы эшсәндәре урын аласаҡ.

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн мөһим булған тағы бер мәсьәлә урынынан ҡуҙғатылған. «Башҡортостан ихаталары» программаһы ярҙамы менән ауылдың 11 ҡатлы йорто урынлашҡан квартал тәртипкә килтереләсәк. Эштәрҙе подрядсы ойошма «М-Легион» ЯСЙ-һы башҡара. Иҫке асфальт һыҙырып алынған, уның урынына яңынан асфальт һалынасаҡ. Балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ, йорттар алдына эскәмйәләр, урам лампалары, сүп-сар һауыттары ҡуйыласаҡ.

Красная Башкирия матур ғына түгел, яҡты ла буласаҡ. «Яҡты ауыл» программаһы аша октябрь айына тиклем урамдарға өҫтәмә күп һанлы яҡтылыҡ лампалары ҡуйыласаҡ.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: