«Берҙәм Рәсәй» партияһы тарафынан тормошҡа ашырылыусы программа буйынса Йәнгел ауылында ял һәм спорт паркын төҙөкләндереүгә 1,5 миллион һум күләмендә аҡса бүленде. Подряд эштәрен «Ремонт-төҙөлөш төркөмө» ЯСЙ-һы (Ә. Ғ. Тутаев) башҡарҙы. Парк ноябрь айында тантаналы асылды.
Әйтергә кәрәк, быйыл был программа буйынса районда тағы ла дүрт ял паркы төҙөкләндерелә. Хәлил, Ишҡол, Красная Башкирия һәм Гусевка ауылдары халҡының да байрамдарҙы, ял ваҡыттарын асыҡ һауа аҫтында файҙалы һәм күңелле итеп үткәрерлек урындары буласаҡ.