Тиҙҙән Гусев ауылында ла ял һәм уйын паркы халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелеүсе парк 2976 квадрат метр майҙанды биләй. Подряд эштәрен был юҫыҡта оҫтарған «Анир» ЯСЙ-һы (Ю. М. Таһиров) башҡара. Программа ярҙамы менән Михайловка, Хәлил ауылдарында ял парктарын төҙөкләндереүҙе һәм йыһазландырыуҙы башынан аҙағынаса нәҡ ошо ойошма атҡарған, әле лә бер юлы икенсе бригада Красная Башкириялағы «Йәйғор» паркында эшләй.
Парк майҙаны тимер рәшәткә менән кәртәләп алынған. Биләмә айырым зоналарға бүленгән. Буласаҡ балалар майҙансығы, өлкәндәр өсөн тренажер, хәрәкәт уйындары өсөн стадионда ер эштәре тамамланыу өҫтөндә: бордюрҙар һалына, йомшаҡ һары ҡом түшәлә. Төҙөүселәр Заһир Ҡаһарманов, Ришат Изгин, Зарим Насирйәнов, Руслан Сафин һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән эшкә бирелгән — буяй, ер ҡаҙа, ҡомдо тигеҙләй.
Кескәйҙәргә хәүефһеҙ булһын өсөн уйын майҙансығының бер өлөшөнә резина япма түшәләсәк. Волейбол, баскетбол, минифутбол уйындары ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ стадион тирәләй бейек бағаналар ултыртылған, был биләмә 3D сетка менән кәртәләнәсәк, тимәк, ҡомарлы уйындар мәлендә ял итеүселәр яғына туп осоп сығасаҡ тигән хәүеф булмаясаҡ.
— Спорт һәм уйын ҡоролмалары заказ буйынса Мейәс ҡалаһында эшләтелә, — ти «Анир» ЯСЙ-һының бшҡарыусы директоры Радмир Ялалов.
Иретеп-йәбештереүселәр Замир Насирйәнов, Динар Ильясов, Илнур Сәйфуллин профилле торбаларҙан сәхнәнең «һөлдәһен» ҡороу менән мәшғүл. Биләмәгә кәрәкле төҙөлөш материалдарын, спорт ҡоролмаларын ташып бөткәс, ошо уҡ егеттәр семәрле ҡапҡаларҙы ла йәбештереп ҡуясаҡ. Парктың мәҙәни үҙәге буласаҡ сәхнә Асҡарҙағы ҡайынлыҡтағы һәм Михайловкалағы проект буйынса эшләнә. Сәхнә алдында тамаша ҡылыу рәттәре өсөн майҙансыҡ әҙерләнгән. Эскәмйәләр шулай уҡ тротуарҙар буйына ҡуйыласаҡ, сүп-сар һауыттары урынлаштырыласаҡ. Спорт, уйын, мәҙәни саралар майҙандарына илткән бөтә һуҡмаҡтар ҙа парк уртаһында хасил буласаҡ пар аҡҡоштар скульптураһы аша үтәсәк.
— Ауылыбыҙҙа балалар, йәштәр күп. Ял паркы өсөн мәктәп һәм балалар баҡсаһына яҡын урын һайланды. Пар аҡҡоштар — ул ғаилә, татыулыҡ символы. Ауыл халҡы ғаилә менән ял итһен, никах теркәүсе йәштәр туй мәлендә килеп фотоға төшһөн тигән иң изге ниәттә ошондай композиция эшләтергә булдыҡ. Магнитогорскиҙан скульптор Сергей Елкинға заказ бирелде, — ти ауыл биләмәһенең йәштәр эштәре буйынса белгесе Ә. К. Арғынбаева.
Парктың йәшелләндереүгә бүленәсәк майҙаны ла ҙур ғына. Төрлө ағастар, матур сәскәләр ултыртырға уйлайҙар. Кистәрен дә бында яҡты буласаҡ, 14 фонарь ҡуйыласаҡ.