+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Июль 2019, 18:16

Тупаҡ мәктәбе 1 сентябрҙә үҙ ишектәрен асырмы?

Эшсе ҡулдар кәрәк

— Графикка ярашлы 1 сентябргә белем усағын файҙаланыуға тапшырырбыҙ, тип ышанам, — ти төҙөлөштөң прорабы Азамат Исламов. — Бинаның башы тулыһынса ябылды. Фасад эштәре лә 100 процентҡа башҡарылды. Балалар баҡсаһы урынлашҡан өлөштөң 90, мәктәптең 70 процентында иҙән плитәләре һалынды. Стенаның плиткалары йәбештерелергә тейешле бүлмәләрҙә был эштәр тамамланды. Баҡса бинаһында бүлмәләрҙең ишектәре ҡуйыла. Стеналарҙы буяу менән, линолеум түшәйәсәкбеҙ. Мәктәп өлөшөндә иһә коридор түбәләренә армстронг ҡуйыла, иҙәндәргә плитә түшәү дәррәү бара, төп инеү урыны эшләнә. Спорт залында ла эшселәр төҙөлөштө тиҙерәк тамамлау маҡсатында ихлас тырышып эшләй. Белем усағы биләмәһен төҙөкләндереү эше дәррәү бара: ул заманса тимер рәшәткә менән кәртәләнә башланған, волейбол, баскетбол майҙансыҡтарына нигеҙ һалына.
Р. Истанбаева.
Читайте нас: