+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
22 Июль 2019, 11:31

"Иң матур ауыл" конкурсы иғлан ителде

“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһы “Башҡортостандың иң матур ауылы” конкурсын иғлан итте

Урындағы үҙидараны үҫтереү, ауылдар халҡын йәмәғәт тормошона йәлеп итеү, ауыл тормошон популярлаштырыу, тыуған төйәккә һөйөү уятыу маҡсатында уҙғарылған конкурста республиканың 5 меңгә тиклем кеше йәшәгән бөтә ауылдары ла ҡатнаша ала.
Ул быйыл өс этапта уҙғарыла. Заявкаларҙы 15 авгусҡа тиклем ебәрергә кәрәк.
Заявкаға ауылдың килеп сығыу тарихы, конкурс положениеһы буйынса тултырылған таблица, төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр, матур урамдар, йорттар төшөрөлгән фотоһүрәттәр, видеоматериалдар ҡушып ебәрелергә тейеш.
Икенсе этап 1-нән 20 сентябргә тиклем дауам итә, унда финалистарҙың видеопрезентациялары Башҡортостан юлдаш телевидениһында күрһәтелә, тауыш биреү асыла.
Еңеүселәр өсөнсө этапта билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ассоциацияның сайтында табырға була: http://www.asmo-rb.ru/news/glnews/4235-associaciya-sovet-municipalnyh-obrazovaniy-respubliki-bashkortostan-provodit-konkurs-samoe-krasivoe-selo-respubliki-bashkortostan.html
Читайте нас: