-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Август 2019, 10:00

Юлдар сифатлы булырға тейеш

Республика Хөкүмәтендәге сираттағы кәңәшмәлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.


Республика Хөкүмәтендәге сираттағы кәңәшмәлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды. БР Транспорт буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Т. Мөхәмәтйәнов быйыл ғына милли проект сиктәрендә 350 километр юлдар ремонтланасаҡ, 6 километр юл һалынасаҡ, 26 светофор ҡуйыласаҡ, тип белдерҙе. «Иң мөһиме, юлдар сифатлы булырға тейеш, — тине кәңәшмәлә ҡатнашыусы БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров. — Асфальтты сифатһыҙ түшәгән подрядсы уны яңынан үҙ иҫәбенә ремонтлаясаҡ. Эштәрҙең сифатын комитет контролдә тотасаҡ».
Читайте нас: