+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
20 Август 2019, 13:27

Подъездар рәткә килтерелә

Подъездарҙы капиталь ремонтлау республика программаһына ярашлы, район буйынса 10 подъезд ремонтлана.

Подъездарҙы капиталь ремонтлау республика программаһына ярашлы, район буйынса 10 подъезд ремонтлана.

Подрядсы булып Өфө ҡалаһынан «Гарант» ЯСЙ-ы сығыш яһаһа ла, Әбйәлил районы буйынса ремонт күләмен урындағы субподрядсы ойошмалар башҡара. «Источник» ЖРЭУ-һы (М. Һ. Арғынбаев) Йәнгел ауылында Ленин урамы буйынса 2-се йортта подъезд ремонтын тамамланы ла инде. Бөгөн Красная Башкирияла һәм Асҡарҙа ҡыҙыу эштәр бара. Красная Башкирияла «Анир» ЯСЙ-һы (Ю. М. Таһиров) Ленин урамы, 6а адресы буйынса өс подъезды йүнәтә. Заманса үҙгәрештәр Үләнде станцияһында Вокзал урамындағы тәүге йорттоң бер подъезын көтә.Район үҙәгендә Учалы урамы, 16 һәм 18а, Киров урамы, 1а адрестары буйынса бөтәһе 5 подъезд яңырыу кисерә. Был күп фатирлы йорттарҙың һуңғы икәүһе ятаҡтар. Капиталь ремонтты шәхси эшҡыуар Фәнис Ғәләүетдинов етәкселегендәге бригада башҡара. «Асҡар» МУП-ының торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре лә төҙөлөш эштәре уртаһында ҡайнай.

Ремонт биш подъезда ла бер ыңғай бара. Кварталдарға барып инеү менән улар яңы ҡуйылған өр-яңы тимер ишек-тәр, евротәҙрәләр менән айырылып тора. Подъезд эс яҡтан да күркәмләнә: стеналар, түшәм штукатурлана. Тигеҙләп бөт-кәс, стеналарға төҫлө эмульсия яғыласаҡ. Баҫҡыс майҙансыҡтарына һәм күтәрмәләргә плитка түшәй башлағандар. Әйткәндәй, подъезда йылы ла буласаҡ. Эстән тағы бер ҡат итеп пластик ишек ҡуйыласаҡ. Иҫке электрүткәргестәрҙе демонтажлап, яңыһын һуҙасаҡтар, сымдар һәленешеп тормаясаҡ, заманса кабель-каналдар матур ҙа, хәүефһеҙ ҙә буласаҡ.

Учалы урамы буйынса 16-сы йорттоң ике подъезында ла ремонт бара. Штукатур-малярҙар Нәзифә Сәғәҙәтова, Альбина Бүләкбаева, Камилә Сәйфетдинова, Данир Баймөхәмәтов стеналарға финиш шпаклевкаһы менән һуңғы ҡатламды һылап-тигеҙләү менән мәшғүл. Туҡылдаған, бысҡан, ҡырған тауыштар, подъезда күтәрелгән саң бында йәшәүселәр өсөн ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, халыҡ яңы үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт. Фатир хужаларының, бигерәк тә ятаҡтарҙа йәшәүселәрҙең ҙур сығымдар һалынған ремонттың ҡәҙерен белеп, хужаларса һаҡсыл мөнәсәбәттә подъездарҙы төҙөк һәм таҙа тотоуҙарын теләргә ҡала.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: