Хәмит ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса балалар баҡсаһында тәҙрәләр яңыртылды.
Районда «Аныҡ эштәр» програм-маһы буйыса мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлау дауам итә. Хәмит урта мәктәбендә урынлашҡан балалар баҡсаһының тәҙрәләре күптән иҫкергәйне. Мейес яғып йылытылған бина тиҙ һыуына, етмәһә ҙур тәҙрәләрҙән һыуыҡ өрә ине. Ата-әсәләрҙең, баҡса хеҙмәткәрҙәренең көҙ һайын тәҙрәләрҙе йәбештереп, йылытырға тырышыуы ла әллә ни ярҙам итмәне. Бүлмәләр барыбер һыуыҡ булды. Ниһайәт, уларҙың шатлығына быйыл тәҙрәләр яңыртылды. Программа буйынса бүленгән 200 мең һум аҡсаға балалар баҡсаһында 11 тәҙрә алыштырылды. Эште ҡыҫҡа ваҡыт арауығында эшҡыуар Юнир Таһиров бригадаһы башҡарҙы.
Ошо көндәрҙә район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлдәр Рәхимова етәкселегендәге комиссия ағзалары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәзинә Әғзәмова ремонттан һуң объектты асыуҙа ҡатнашты. Улар яҡты, бөхтә балалар баҡсаһын ҡараны һәм яңы уҡыу йылына тулы әҙерлеген билдәләне. Тиҙҙән тәрбиәсе апайҙарын, уйынсыҡтарын, дуҫтарын һағынған кескәйҙәрҙең шат тауышынан баҡса яңғырап торор.