Ишҡол һәм Гусев ауылдары халҡы яңы уҡыу йылы алдынан ҙур бүләккә эйә булды. Уларҙа заманса парктар асылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” федераль программаһы сиктәрендә ял парктарын асыу тантанаһында район башлығы Илдар Нафиҡов, уның урынбаҫарҙары, биләмә башлыҡтары, депутаттар ҡатнашты. Гусевта паркты “Анир” (етәксеһе Ю. М. Таһиров) һәм Ишҡолда — “Ремонт-төҙөлөш төркөмө (А. Ә. Тутаев) төҙөнө. Ҡала парктарынан һис ҡалышмаған ял итеү урынында мәҙәни саралар үткәреү өсөн күркәм, ҙур сәхнә, спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдар, балалар өсөн уйын майҙансығы барыһы ла бар.
Етәкселәр ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға уңайынан тәбрикләп, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Ишҡол һәм Гусевта йәшәүселәргә булғандың ҡәҙерен белеп, спорт, уйын ҡорамалдарын һаҡсыл тотонорға ҡала.