+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
3 Сентябрь 2019, 17:06

Ауылдар заманса йөҙ ала

Бәләкәй ауылдарҙа балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берләштереүсе күркәм ял урындары барлыҡҡа килә башланы.

Заман башҡа, заң башҡа тиҙәр. Элек спорт ҡорамалдары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары менән йыһазландырылған ял парктары-скверҙарҙы ҡалала ғына күрә инек. Хәҙер бәләкәй ауылдарҙа балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берләштереүсе күркәм ял урындары барлыҡҡа килә башланы.

Уҙған йылда ял парктары Йәнгелдә, Михайловкала һәм Сиҙәмдә асылһа, быйыл бындай бәхет Ишҡол һәм Гусевта йәшәүселәргә йылмайҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Заманса ҡала мөхите» проекты буйынса ике ауылда ла шәп ял парктары хасил булды. Оҙаҡ көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға менән ишҡолдарҙы тәбрикләү өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, район Советы секретары Булат Исламбаев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рәзинә Әғзәмова, Рауил биләмәһе хакимиәте башлығы Абдулхаҡ Солтанов, паркты төҙөгән подрядсы ойошма етәкселәре Әҡсән Тутаев менән Азамат Тутаев килде. Ҡунаҡтарҙы ауылдың фольклор ансамбле икмәк-тоҙ, йыр-моң менән хөрмәтләп ҡаршыланы. Йәше лә, ҡарты ла ал таҫманы киҫеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көттө. Ял паркының ҡапҡалары рәсми рәүештә асылыу менән балалар иң тәүҙә спорт, уйын майҙансыҡтарына атылды, йыр-бейеүгә маһирҙар яңы, күркәм сәхнәгә сыҡты, ололар һоҡланғыс, заманса ял итеү урынына эйә булыуҙарына ҡыуаныс белдерҙе. Подрядсы ойошма өҫтәмә рәүештә тренажер ҙа ҡуйған. Ысынлап та, бына тигән парк килеп сыҡҡан: спорт, уйын майҙансыҡтарында хәүефһеҙлек талаптары тулыһынса үтәлгән: ергә йомшаҡ япма түшәлгән, сағыу ҡорамалдар әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Хәҙер балалар, йәштәр рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнә ала. Паркта ауылдың, мәктәп, клубтың барлыҡ сараларын үткәрергә мөмкин. Иркен, ҙур сәхнә, тамашасылар өсөн эскәмйәләр — барыһы ла уйланылған. Ауыл халҡы район етәкселегенә, партия вәкилдәренә ошондай бүләк өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, парктың бөтә ҡорамалдарын һаҡсыл тотонорға вәғәҙә бирҙе. Район башлығы Илдар Таһир улы ла халыҡтың һүҙҙәрен йөпләп, сәләмәт тормош алып барырға, балаларҙы бәлә-кәйҙән спортҡа, әүҙем тормошҡа йәлеп итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Гусевтар ҙа парк асыу тантанаһын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Район етәкселеген Гусев биләмәһе башлығы Ихсан Насирйәнов, ауыл халҡы хөрмәтләп ҡаршы алды. Бындағы ял паркын «Анир» (етәксеһе Юнир Таһиров) төҙөлөш ойошмаһы сафҡа тапшырҙы. Төҙөүселәрҙең парк уңайлы, матур булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалғандары күренеп тора. Зауыҡлы, семәрле ҡапҡанан инеү менән бөтөнләй башҡа донъяға эләгәһең: төрлө төҫтәге уйын майҙансығы балаларҙың иң яратҡан урыны буласаҡ, мини-футбол, волейбол, баскетбол өсөн майҙансыҡтар, тренажерҙар спортҡа битараф булмағандарҙы йәлеп итәсәк. Сәхнә лә буш тормаясаҡ, ауылдың үҙешмәкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тәүге көндә үк үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеп, концерт ҡуйҙы. Никахлашыусы йәштәргә бәхетле көндәрен паркта мәңгеләштерергә мөмкин буласаҡ — улар өсөн матур арт-объект эшләнгән. Пар аҡҡоштар янында башҡа ғаиләләр ҙә фото төшә ала. Скульптор С. Елкиндың сираттағы ижад емеше был юлы гусевтарҙы ҡыуандырасаҡ.

Ауыл халҡына иһә булғандың ҡәҙерен белеп, йәшелләндереү өсөн ағастар, сәскәләр ултыртырға кәрәк буласаҡ. Шул саҡта ғына күпме көс һалынып төҙөлгән ял урындары байтаҡ йылдар шунда йәшәүселәр мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәк, ауылдың иң матур урыны буласаҡ.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: