+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Сентябрь 2019, 14:03

Әхмәттә клуб яңыра

Урындағы башлан-ғыстарға булышлыҡ итеү проектына быйыл әхмәттәр ҙә ҡушылды. Ауыл халҡы бергәләшеп мәҙәниәт усағын төҙөклән-дерергә ҡарар итте.

Урындағы башлан-ғыстарға булышлыҡ итеү проектына быйыл әхмәттәр ҙә ҡушылды. Ауыл халҡы бергәләшеп мәҙәниәт усағын төҙөклән-дерергә ҡарар итте.

Клубтың исеме генә бар ине тиһәк һис яҙыҡ түгел. Гөрләп торорға тейеш мәҙәни усаҡ иҫке, күркһеҙ, етмәһә түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ булды. Хатта ике мейес яғып та клуб йылынманы, шуға күрә район етәкселеге менән осрашыуҙар, йыйындар мәлендә әхмәттәр уны яңыртыуҙы һораны. Шыҡһыҙ мәҙәниәт усағына халыҡ та йөрөмәне, йәштәр генә йәй дискотека-фәлән ойошторҙо.Йыл башында Әхмәттә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашыу-ҡатнашмауҙы хәл итеү буйынса йыйылыш уҙғайны. Ауылдың абруйлы кешеләре, клуб мөдире Сания Абдуллина проект ярҙамы менән бергәләп клубты төҙөкләндереү тәҡдимен белдерҙе. Халыҡ был фекерҙе хуплап, ризалашты. Ошо төбәктән һайланған район Советы депутаты Айрат Әминев та үҙенең һүҙен әйтте.

— Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты республикала уңышлы эшләп килеүсе иң шәп проекттарҙың береһе. Уның аша һәйбәт аҡса килә. Халыҡ та үҙ өлөшөн индереп, дөйөм эшкә ҡатнашҡас күмәк көс, аҡса һалынған объектты һаҡлай, ҡәҙерләй. Проект бар икән, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк, — ти эшҡыуар Айрат Зиннәт улы. — Районда иң матур, заманса клубтарҙың береһе Ҡырҙас мәҙәниәт усағынан һуң Әхмәт клубына килеп, ер менән күк араһындай айырманы күреп, йөрәк әсенде. Ауыл халҡы килеп, күңел асҡандай берҙән-бер урын клуб, бында уныһы ла иҫке, һыуыҡ. Шуға күрә, тамсы ла икеләнмәй, бында ла Ҡырҙастағы кеүек яҡты, күркәм һәм иң мөһиме йылы мәҙәниәт усағы төҙөр кәрәк тигән ҡарарға килдем. Сөнки был ауылда ла дәртле, әүҙем, йыр-моңға битараф булмаған халыҡ йәшәй.

Әйткән һүҙендә тора депутат. 32 ихатанан торған ауылда халыҡтан 29 мең аҡса йыйылған. Ҡалғандарҙың өлөшөн һәм үҙенең бағым-сылыҡ иғәнәһен ҡушып, бөтәһе 200 мең һумдан ашыу аҡсаны А. Әминев биргән. Смета буйынса клубты капиталь ремонтлауға 1 миллион 95 мең һум аҡса талап ителә, уның 755 меңе проект ярҙамында республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Район хакимиәтенән дә 113 мең 400 һум күләмендә саралар йү-нәлтелгән.

Әлеге көндә Әхмәттә эш гөрләй. Төҙөүселәр һыуыҡтар төшкәнсе өлгөрөп ҡалырға тырыша.

— Иң тәүҙә нигеҙҙе нығытыуҙан башланыҡ. Сөн-ки нигеҙ һәйбәт булмаһа, йортта йылы тормаясаҡ. Бер метрҙай ҡырсын түшәнек, уны цементлап, керамогранит һалынасаҡ, — тине бригадир Иштуған Фәзуллин. — Элекке клубтың ҡыйығы, стенаһы, тәҙрәләре генә ҡаласаҡ.

Бригада эшселәре стеналарҙы эстән гипсокартон, тыштан металопрофиль менән көпләйәсәк. Бина электр менән йылытыласаҡ. Сәхнә, ишектәр, клубҡа ингән урын яңыртыласаҡ. Айрат Зиннәт улы төҙөлөш барышын контролдә тота, мәҙәниәт усағы матур, ҡотло булһын өсөн сметаға инмәгән нәмәләрҙе лә эшләй. Клубтың эргә-тирәһен төҙөкләндереү, кискеһен әллә ҡайҙан балҡып ултырһын өсөн лампалар ҡуйыу, башҡа эштәрҙе үҙ өҫтөнә алған.

Райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ирек Мусин сәхнә өсөн шаршау, өр-яңы уңайлы ултырғыстар ҙа буласаҡ тип әхмәттәрҙе ҡыуандырған. Ауыл халҡы күҙ алдында танығыһыҙ булып үҙгәргән клубты асыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә.

Объектты Республика көнөнә ҡарата тантаналы рәүештә файҙаланыуға тап-шырасаҡтар.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: