Байым төбәгенең аһ-зарҙарын ниһайәт ишеткән район һәм республика етәкселеге ағымдағы йылда бында асфальт һалырға вәғәҙә биргәйне. Улар һүҙендә торҙо: Туйыштан Байымға тиклем көҙгөләй ялтырап ятҡан асфальт һалынды.
ДРСУ начальнигы Ринат Аҡсурин әйтеүенсә, юл төҙөүгә саралар республика ҡаҙнаһына бүленгән. Быйыл был маҡсатта 40 миллион һум аҡса бүленеп, Туйыш һәм Байым ауылдары араһындағы юл төҙөкләндерелһә, киләһе йылға Ташбулат — Байым трассаһын ремонтлауға 70 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтеләсәк.
Вадим Лобанов етәкселек иткән бригада көндәр ныҡлап һыуынмаҫ борон асфальтты һалып бөтөрөү өсөн тырышып, йылдам эшләне. Һанаулы ваҡытта юлсылар 2 километр 640 метр оҙонлоғонда асфальт һалды.
Республика көнөнә ҡарата ҙур бүләк алған Байым һәм Туйыш ауылдарында йәшәүселәрҙең шатлығы сикһеҙ. «Ташбулат станцияһынан ҡалған арауыҡҡа ла тиҙерәк асфальт һалһалар, бигерәк шәп булыр ине», — тиҙәр улар.