+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Октябрь 2019, 10:00

Республика акцияһы дәррәү бара

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.

«Экология» милли проекты сиктәрендә барған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Дәртле ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар «һә» тигәнсе соҡорҙар ҡаҙып, ағастар ултыртып, һыу ҡойоп та ҡуйҙылар. Улар мәҙәниәт йорто эргәһендә 15 төп ҡайын ағасына яңы һулыш бирҙе. Был акция артабан да дауам итәсәк, унда теләгән кеше үҙ өлөшөн индерә ала. Күмәкләп эшләгән эштең һөҙөмтәләре ыңғай булыр, тип ышанабыҙ.
Регина Ишбулдина.

Читайте нас: