+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Октябрь 2019, 11:25

Әбделмәмбәт ауылы беренсе урында

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ҡан-ҡәрҙәштәр осрашыуы ғына түгел, ауылды төҙөкләндереү йәһәтенән дә бик әһәмиәтле сара ул. Осрашыуға әҙерлек барышында һәр кем йорт-ихатаһын тәртипкә килтерә, яңырта, буяй, социаль-мәҙәни объекттар, юлдар төҙөкләндерелә.

Һуңғы йылдарҙа район хакимиәтенең «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына иң яҡшы әҙерлек күрһәткән һәм осрашыуҙы юғары кимәлдә үткәргән ауылдар араһында ярыш иғлан итеүе халыҡтың сәмен, дәртен күтәреп ебәрҙе. Байрам үтәсәк ауылдар бер-береһе менән уҙышып, ярыш еңеүсеһе булырға ынтыла. Әҙерлек барышында халыҡтың дөйөм эш өсөн берләшеүе, ауылдарын иң яҡшылар рәтенә сығарырға тырышыуы ла маҡтаулы күренеш.

Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев депутаттар ултырышында конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Унда ауылдарҙың старосталары, байрамды ойоштороу комитеты рәйестәре һәм әүҙем ағзалары саҡырылғайны. Булат Юныс улы үҙенең сығышында осрашыу үткән һәр ауылды айырым билдәләне.

Әлмөхәмәт халҡы байрамға ентекле әҙерләнгән: ауыл күҙгә күренеп матурайған, бөтәһе 33 йортта ҡыйыҡ, 58 йортта тәҙрәләр алыштырылған, 18 өй заманса материал менән көпләнгән, 56 яңы ҡапҡа һәм 59 баҡса ҡуйылған. «Аныҡ эштәр» программаһы аша балалар өсөн уйын майҙансығы асылыуы байрам алдынан шәп бүләк булған. 538 мең һумға юлдарға ҡырсынташ түшәлгән, мәктәп, клуб, магазиндарға ремонт яһалған, урамдар яҡтырып ҡалған.

Йәнгелдә һуңғы ике-өс йылда төҙөкләндереү йәһәтенән ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Быуа тәртипкә килтерелгән, 5 километрҙан ашыу юлға ҡырсынташ түшәлгән, ауылдың үҙәк урамында 650 метр оҙонлоҡта асфальт һалынған, сквер, зыярат, сүплектең ҡоймалары яңыртылған. «Аныҡ эштәр» программаһы ярҙамында «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында бөтә тәҙрәләр алыштырылған, йылылыҡ системаһы ремонтланған. Музыка мәктәбендә лә ремонт үткән. Сәхнә, тренажерҙар булған спорт, хоккей майҙансыҡтары төҙөлгән. «Синома» ҡытай фирмаһы ярҙамында «Дуҫлыҡ» скверына нигеҙ һалынған. Ҡатлы йорттар ихаталары төҙөкләндерелгән, подъездар ремонт-ланған. Шәхси секторҙа 80 йорттоң ҡыйығы алыштырып ябылған, йөҙҙән ашыу ҡапҡа-ҡойма яңыртылған, 147 өйҙә евротәҙрәләр ҡуйылған. 45 өй көпләнгән. Йәштәрҙең ауылда ҡалыуы ҡыуаныслы: һуңғы биш йылда ғына ғаиләләр 48 өй туйлаған.

Әбделмәмбәттәр осрашыуға сәмләнеп әҙерләнгән, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙартырлыҡ булмаған. Урта мәктәптә ҙур ремонт үткән — «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» программаһы буйынса спортзал ремонтланған, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү һәм «Аныҡ эштәр» проекттары ярҙамында тәҙрәләр яңыртылған. «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында тәҙрәләр алыштырылған, ҡойма яңырған. Урамдарға ҡырсынташ түшәлгән, скверҙар буялған, зыярат, сүплек тәртипкә килтерелгән. 63 йортта ҡыйыҡ яңыртылған, 85 ҡойма, 82 ҡапҡа, 59 баҡса яңынан эшләнгән, 68 өй көпләнгән.

Дәүләтша ауылы, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, осрашыуға лайыҡлы әҙерләнгән. Бөтә юлдарға ҡырсынташ түшәлгән, Үҙәк йылғаһында быуа яңынан эшләнгән. «Аныҡ эштәр» проекты ярҙамында урамдар яҡтырған, балалар майҙансығы төҙөлгән. Тырыш дәүләтшалар йорт-ихаталарын төҙөклән-дергән: ауылдағы 48 йорттоң яртыһының ҡыйыҡтары яңыртылған, 12 өйҙөң тышы көпләнгән, 27 яңы ҡапҡа, 26 баҡса барлыҡҡа килгән.

Михайловкала «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы быйыл тәүгә уҙған. Бер юлы ауылдың 105 йыллығы ла билдәләнгән. «Аныҡ эштәр» программаһы аша «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһында тәҙрәләр яңырған, «Уңайлы ҡала мөхите» буйынса ял паркы төҙөлгән, сүплек кәртәләнгән, зыярат-тың ҡоймаһы тәртипкә килтерелгән. Бөтәһе 48 йорттоң ҡыйығы яңырған, 65 ҡапҡа, 170 баҡса-ҡойма заманса материалдарҙан эшләнгән. Һуңғы өс йылда ғына 78 яңы йорт һалынған.

Ҡолоҡас ауылы ла байрамды юғары кимәлдә уҙғарҙы. Бында урамдарға лампалар ҡуйылған, юл асфальтланған, клуб ремонтланған. 4 йортта ҡыйыҡ алыштырылған, 4 ҡапҡа, 9 баҡса яңырған.

Иҫке Балапан ауылы осрашыуҙы һөйөнөслө яңылыҡ менән ҡаршыланы, бында мәсет төҙөлдө. Иман йортон һалыуға халыҡ, ошо ауылдан сыҡҡан кешеләр өлөш индерҙе. 90 ҡапҡа, баҡса һәм ҡойма яңыртылған, 5 ҡыйыҡ алыштырылған. Урамдар яҡтырған, юлдарға ҡырсынташ түшәлгән. Социаль тәғәйенләнештәге объекттарға ремонт үткән, ауыл халҡы һыу алған шишмә буйы таҙартылған һәм кәртәләнгән.

Яңауыл халҡы элек-электән йорт-ихата тирәһен төҙөк, матур тота. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға айырыуса ентекле әҙерләнгәндәр: 15 йортта заманса материалдарҙан ҡыйыҡ яңыртылған, 18 ҡапҡа, 9 баҡса алыштырылған.

Булат Исламбаев байрамды юғары кимәлдә үткәреүгә, әҙерлеккә оло яуап-лылыҡ менән ҡараған ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойоштороу комитеты, йәмәғәт ойошмалары ағзаларына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, бағымсы булған депутаттарға, эшҡыуарҙарға рәхмәт еткерҙе.

— Ысынлап та, дөйөм тырышлыҡ, көс менән ауылдар төҙөкләнеп ҡалды. Осрашыу үтә лә китә, ә матурлыҡ, тәр-тип үҙегеҙ өсөн ҡала. Мөһим эштән ситтә ҡалмаған, эскерһеҙ ярҙам иткән-дәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт, — тине ул һәм еңеүселәрҙе иғлан итте.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» үткән ауылдар араһында иң яҡшы әҙерлек күрһәткән, байрамды юғары кимәлдә уҙғарған Әбделмәмбәт беренсе урынға лайыҡ булды. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Хәлил биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин менән ойоштороу комитеты рәйесе Вәхит Ғайсинға диплом һәм 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырҙы.

Икенсе урынды Дәүләтша ауылы яуланы. Рауил биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтанов менән ойоштороу комитеты рәйесе Фауарис Дилмөхәмәтов диплом һәм 40 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде.

Өсөнсө урынға Йәнгел ауылы сыҡты. Биләмә башлығы Рөстәм Ҡадиров менән ойоштороу комитеты етәксеһе Юлай Ҡаҙаҡбаевҡа диплом һәм 30 мең һумлыҡ премия тапшырылды.

Илдар Таһир улы ауыл өсөн янып йөрөгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, осрашыуға әҙерлек эштәренең уртаһында ҡайнаған бер төркөм эшмәкәрҙәрҙе район хакимиәтенең дипломдары менән бүләкләп, рәхмәт белдерҙе.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: